Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Ғинуар 2023, 12:30

500-ҙән ашыу яңы эш урыны тәҡдим ителә

Быйыл 2 февралдән асыласаҡ ике ҙур компания үҙенә хеҙмәткәрҙәр йыя

500-ҙән ашыу яңы эш урыны тәҡдим ителә
500-ҙән ашыу яңы эш урыны тәҡдим ителә

Быйыл 2 февралдән асыласаҡ ике ҙур компания үҙенә хеҙмәткәрҙәр йыя.

Улар – “Амкодор-Ағиҙел” һәм “Фабрика ЗАСПОРТ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре. Тәүгеһе - “Өфө” индустриаль паркында (Өфө ҡалаһы), икенсеһе Ишембайҙа эшләй башлаясаҡ. Ике компания ла Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы эшкә урынлаштырырға, социаль пакет һәм карьера үҫеше, заманса йыһазландырылған шарттар вәғәҙә итә.

– “Амкадор” компанияһы – Беларусь инвесторҙарының яңы проекты, ул йыйып алынған игенде артабан эшкәртәсәк ҡорамалдар етештереү менән шөғөлләнә, – ти Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Һөнәрмәндәр һайлап алыу эшен беҙ улар менән көҙ башлағайныҡ. “Заспорт” йәмғиәтенә килгәндә, уларҙың предприятиеһы өсөн эш көсөн туплау буйынса Көньяҡ-көнсығыш халыҡ мәшғүллеге шөғөлләнә.

2 февралдә был предприятиелар өсөн Өфө ҡалаһының Тыныслыҡ урамындағы 37-се “а” йортонда кадрҙар һайлап алыу сараһы уҙғарыласаҡ. Өфө, Благовещен, Архангель, Благовар, Иглин, Нуриман, Саҡмағош һәм Шишмә райондары халҡы өсөн урындағы мәшғүллек үҙәктәрендә был сараға онлайн тоташыу мөкинлеге буласаҡ.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: