Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Ғинуар 2023, 22:00

Автомобиль шиналарын эшкәртеү – экологияға ҙур ярҙам

Краснокама районынан Азат Вәлиуллин яңы етештереү майҙансығы асҡан.

Автомобиль шиналарын эшкәртеү – экологияға ҙур ярҙам
Автомобиль шиналарын эшкәртеү – экологияға ҙур ярҙам

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙа.

“Беҙҙең бизнес-шәрифтәр проблемаларҙы эҙмә-эҙлекле хәл итә һәм эшҡыуарҙарға ярҙам ҡулы һуҙа. 2022 йылдың февралендә Краснокама районы хакимиәтенә "Автомаркет" компанияһы етәксеһе Азат Вәлиуллин мөрәжәғәт итә. Яңы Ҡабан ауылында автомобиль шиналарын эшкәртеү линияһы булдырыу башланғысы менән сығыш яһай.

Районда эшҡыуарға республика һәм федераль ярҙам саралары тураһында һөйләйҙәр, субсидия алыу юлдарын өйрәтәләр.

Линия асылды.

Әле Яңы Ҡабандағы производство майҙансығында өҫтәмә смена индерелде. Биш эш урыны барлыҡҡа килде. Тәү ҡарамаҡҡа аҙ һымаҡ, әммә ауыл өсөн яҡшы.

Продукцияға ихтыяж бар. Азат Вәлиуллин тармаҡты тағы ла киңәйергә ниәтләй. Яңы мөмкинлектәр эҙләй, Башҡортостан сиктәренән сыға”, – тип яҙа Радий Фәрит улы.

Башҡортостан Башлығы эшҡыуарға уңыштар теләй һәм төрлө кимәлдәге эшҡыуарҙарға бөтә ярҙам сараларын бер урынға туплаған сайтҡа һылтанма бирә. Унда республикабыҙҙың барлыҡ бизнес-шәрифтәре исемлеге лә бар — https://investrb.ru/ru/

Фотолар Краснокама районы хакимиәтенән алынды.

Автомобиль шиналарын эшкәртеү – экологияға ҙур ярҙам
Автомобиль шиналарын эшкәртеү – экологияға ҙур ярҙам
Автомобиль шиналарын эшкәртеү – экологияға ҙур ярҙам
Автомобиль шиналарын эшкәртеү – экологияға ҙур ярҙам
Автомобиль шиналарын эшкәртеү – экологияға ҙур ярҙам
Автомобиль шиналарын эшкәртеү – экологияға ҙур ярҙам
Автомобиль шиналарын эшкәртеү – экологияға ҙур ярҙам
Автомобиль шиналарын эшкәртеү – экологияға ҙур ярҙам
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: