Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Ғинуар 2023, 16:45

Хеҙмәттәшлек даирәһе киңәйә

Бығы тиклем сит илдән килтерелгән ҡорамалдарҙы республикала етештерәләр

Хеҙмәттәшлек даирәһе киңәйә
Хеҙмәттәшлек даирәһе киңәйә

«Өфө» индустриаль паркында эшләүсе «АртАгро» ауыл хужалығы ҡорамалдары етештереүсе предприятие продукция ассортиментын һәм эшлекле бәйләнештәр даирәһен киңәйтеү тураһында хәбәр итә. Башҡортостан предприятиеһы етештергән ауыл хужалығы ҡорамалдары, техник характеристикаларҙы заказсыларҙың талаптарына яраҡлаштырыуы арҡаһында, Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә ҡорамалдарға ихтыяж арта.

— «АртАгро» компанияһы бер йыл самаһы ғына эшләй. Ошо ваҡыт эсендә етештереү күләмен арттырҙылар һәм Волгоград, Новосибирск, Омск һәм Свердловск өлкәһендә заказсылар менән хеҙмәттәшлек булдырҙылар. Бөгөнгө көнгә хеҙмәттәшлек географияһы киңәйә — етештерелгән ҡорамалдар, сит ил етештереүселәренең ҡорамалдарын алмаштырып, Воронеж, Пенза, Һамар өлкәләренә һәм Татарстанға оҙатыласаҡ. Бынан тыш, тиҙҙән Ҡаҙағстанға ауыл хужалығы техникаһы китәсәк, — тип белдерҙе Башҡортостандың үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Белешмә:

Өфө ҡалаһының Шаҡша биҫтәһе эргәһендә «Өфө» индустриаль паркы урынлашҡан. Парк майҙаны 300 гектар самаһы тәшкил итә, ә майҙансыҡтар төрлө тармаҡ йүнәлешле предприятиелар өсөн тәғәйенләнгән. Уңайлы урын транспорт инфраструктураһы өсөн ҡулайлы. Парк территорияһына тимер юл тоташтырыла. Бөгөнгө көнгә дөйөм инвестициялар яҡынса 37 миллиард һум тәшкил иткән 16 компания индустриаль паркта эшләй.

 

Фото һәм мәғлүмәт Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: