Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Ғинуар 2023, 23:00

Мөһим һорауҙарға - һалым хеҙмәтенән яуаптар

Барыһы ла 1 ғинуарҙан башланды.

Мөһим һорауҙарға - һалым хеҙмәтенән яуаптар
Мөһим һорауҙарға - һалым хеҙмәтенән яуаптар

Быйыл 1 ғинуарҙан һалым түләүҙең яңы тәртибенә – берҙәм һалым иҫәбенә күскәндән алып түләүселәргә һалым органына һалымды, һалым, йыйым, страховка иғәнәләре буйынса күсерелгән сумма тураһындағы белешмәләрҙе тапшырырға кәрәк. Ошо уңайҙан Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы һалым түләүселәрҙән йышыраҡ килгән һорауҙарға аңлатма бирҙе.

Беренсе һорау. Һалымды түләү һәм иҫкәртеү ҡағыҙын тапшырыу ваҡыты ҡасан?

Һалым иҫәпләмәһен һәр айҙа - 25-енә тиклем, һалымды 28-енә тиклем түләргә кәрәк. Граждандар өсөн һалым түләү ваҡыты үҙгәрмәй – 1 декабрь.

Икенсе һорау. Түләү ҡағыҙында ниндәй ОКТМО-ны (дөйөм Рәсәй муниципаль биләмәләр классификаторы) күрһәтергә кәрәк?

  • Федераль ҡаҙна органы исеме;
  • ИНН, КПП, БИК һәм алған банк исеме, иҫәп һәм берҙәм ҡаҙна иҫәбе;
  • Ойошма ИНН-ы, уның исеме һәм түләүсенең реквизиттары;
  • Күсерелгән сумма.
  • Шул уҡ ваҡытта ОКТМО-ны күрһәтеү мотлаҡ түгел йәки “ноль” мәғәнәһен теркәргә кәрәк.
  •  
  • Өсөнсө һорау. Берҙәм һалым иҫәпләмәһе тураһындағы мәғлүмәт менән ҡайҙа танышып була?
    Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында Берҙәм һалым иҫәбе тураһында айырым бүлек бар. Унда ниндәй һалымдың берҙәм һалым түләүе менән атҡарылыуы һәм башҡалар тураһында ентекләберәк белешмә тупларға мөмкин.
    Дүртенсе һорау. Теркәлгән страховка иғәнәләре тураһында белешмәне ебәрергә кәрәкме?

Юҡ, кәрәкмәй. Иҫәпләнгән һалым, улар буйынса аванс түләүҙәре һәм страховка иғәнәләре аванс түләүе буйынса ғына бирелә.

Бишенсе һорау. Иҫәпләнгән һалым тураһындағы белешмәләге хатаны нисек төҙәтергә мөмкин?

Бындай осраҡта дөрөҫләнгән реквизиттар күрһәтелгән яңы белешмәне мотлаҡ тапшырырға тура киләсәк. Мәҫәлән, һалым суммаһы дөрөҫ яҙылмаһа, унда сумманы ғына үҙгәртеп, белешмәне тапшырыу һәм унда реквизиттарҙы күрһәтеү талап ителә.

Фото: gr-news.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: