Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Ғинуар 2023, 23:00

Балаларға кәрәк һәм ҡыҙыҡлы

Яҙғы һәм көҙгө сессиялар ваҡытында Рәсәй банкы үткәргән финанс ғилеме буйынса онлайн дәрестәрҙе 257 мең тапҡыр ҡарағандар.

Балаларға кәрәк һәм ҡыҙыҡлы
Балаларға кәрәк һәм ҡыҙыҡлы

Республиканың Финанс министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан былтыр мәктәп уҡыусылары һәм урта махсус белем биреү учреждениелары студенттары араһында финанс ғилеме буйынса онлайн дәрестәрҙе ҡараусылар һаны буйынса илдә икенсе урынды яулаған.

Яҙғы һәм көҙгө сессиялар ваҡытында Рәсәй банкы үткәргән финанс ғилеме буйынса онлайн дәрестәрҙе 257 мең тапҡыр ҡарағандар. Барлығы 80 процент мәктәп һәм колледждар йәлеп ителгән.

"Башҡортостанда онлайн дәрестәрҙе балалар йорттарында, социаль приюттарҙа тәрбиәләнеүселәр ҙә ҡараны. Йәш быуын финанс ғилеме буйынса файҙалы белем алды һәм көнкүреш тормошта кәрәкле ғәмәлдәргә өйрәнде", – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова.

Быйыл Рәсәй банкы финанс ғилеме буйынса яңы яҙғы онлайн дәрестәр сессияһын булдырған. Унда ҡатнашырға 8-11-се класс уҡыусылары һәм колледж студенттары саҡырыла. Дәрестәр бушлай, 21 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Улар 23 тематик блокка бүленгән.

"Финанс ғилеме, иҡтисади мәсьәләләрҙе аңлай белеү һәр ваҡыт көнүҙәк. Был ғилемде кешегә бәләкәй сағынан уҡ бирер кәрәк. Уртаҡ эшмәкәрлек үҙ емештәрен бирә: балалар күпләп ҡарай, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Тимәк, уларға был тема ысынлап та кәрәк һәм ҡыҙыҡ", – тине республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Онлайн дәрестәргә төркөм менән дә, шәхсән дә инергә була. Бының өсөн  https://www.dni-fg.ru/)  сайтында теркәлергә кәрәк.

Фото һәм текст сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/news/20055/

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас