Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Ғинуар 2023, 14:20

Ике йылға етерлек аҙыҡ әҙерләнгән

Бында йөҙләгән кеше эшләй.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Командировкала саҡта етәкселәрҙән “хеҙмәткәр­ҙәремдән уңдым”, “барыһы ла һөнәрен яратып башҡара”, “һәр йәһәттән дә бүтәндәргә өлгө улар” тигән маҡтау һүҙҙәрен  йыш ишетәбеҙ. Ысынлап та, хужа кеше һәм уның ҡул аҫтында эшләүселәрҙең үҙ-ара аңлашып, төрлө уй-маҡсаттарҙы бергәләшеп тормошҡа ашырыуын бер нимә лә алмаштыра алмай.

“НеРаЛ Бүздәк” ауыл хужалығы етештереү предприятиеһы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәмил Субаев менән осрашҡанда ул да малсыларҙың, механизаторҙарҙың, һауынсыларҙың юғары күрһәткестәре тураһында һөйләне.

Рәмил Ирек улы әйтеүенсә, кемде генә алһаң да, бөтәһе лә бурысына яуаплы ҡарай. Баш зоотехник Илдус Ғәтиәтов, һауынсылар Ирина Чиглинцева, Альбина Патерина, малсылар Алик Курочков, Василий Коваленко, шулай уҡ төрлө эшкә йәлеп ителеүселәр Фәних Дәүләтшин, Ришат Баһмановтың эшмәкәрлеге – шуға асыҡ миҫал.

Райондың Вознесенка ауылын үтеп, үҙән буйлап атлағас, Рәмил Субаев икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарҙы күрһәтте. Ысынлап та, хужалыҡтың биләмәһе йәйрәп ята.

– Һәр беребеҙ үҙ эше менән мәшғүл, – тип һүҙгә ҡушыла баш зоотехник Илдус Ғәтиәтов. – Берәү ҙә бушты-бушҡа ауҙарып йөрөмәй, шул уҡ ваҡытта теләктәшлек тойғоһо ла көслө. Бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, хатта нисектер үҙ-ара ярышыу, шәберәк икәнлегеңде иҫбатларға тырышыу тойғоһо ла юҡ түгел. Бындай эш алымы һуҙылырға, һәлкәүләнергә ирек бирмәй.

“НеРаЛ” хужалығы үҫемлекселектә лә, малсылыҡта ла һынатмай. Хужалыҡ идараһы Ташлыкүл ауылында урынлашҡан. Хужалыҡта тағы ла Владимировка, Вознесенка һәм Никольский ауылдарынан кешеләр эшләй. Ауылдарҙың төҙөк, ҡараулы булыуы, һүҙ ҙә юҡ, ошо хужалыҡҡа туранан-тура бәйле. Йәмғиәттә йөҙләгән кешенең үҙенә эш табыуы, әлбиттә, күпте һөйләй.

Илдус Флүр улы билдәләүенсә, хеҙмәткәрҙәргә заманса эш шарттары булдырыу – тәүмаҡсаттарҙың береһе, ошоға ынтылыу – төп бурыс.

Кооперативта ике меңгә яҡын һыйыр малы бар, шуның өстән бер өлөшө тиерлек –  һауын һыйыры. Аҡты Бәләбәй ҡалаһындағы һөт заводына тапшыралар. Хәйер, ит һәм һөт етештереү буйынса “Нерал”дарға етеүсе юҡ. Былтыр көҙ һәр шартлы баш малға 42 центнерҙан ашыу аҙыҡ берәмеге әҙерләнгәс, уларҙың ҡышты көр сығырына ышаныс көслө. Йәнә 150 тирәһе ат аҫрайҙар.

– Беҙҙең эшсәндәр бер ҡасан да һынатмай, – ти рәйес Рәмил Субаев. – Мәҫәлән, мал ҡышлатыуға әҙерлек бик ҡыҙыу барҙы. Хеҙмәткәрҙәремдең барыһына ла “афарин!”дан башҡа һүҙ юҡ.

Рәмил Ирек улы үҙ бүлмәһенә эшлекле тәҡдим менән инеүселәрҙе һәр саҡ хуплай. “Тир түккән – мул тормошта йәшәгән” тигән мәҡәлде тормош девизы итеп алған. Халыҡҡа шөғөл булһын, ғаилә башлығының һәр береһе үҙен ысын ир итеп тойһон – бына нимәләр беренсе сиратта борсой етәксене.

Ҡырмыҫҡа иләүеләй гөжләп торған автопаркка яҡынлаштыҡ, бында берәүҙең дә эшһеҙ ултырғанын йәки торғанын күрмәнек. Барыһы ла күңелле мәшәҡәттәргә сумған – техниканы яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләй.

Рәмил Субаев билдәләүенсә, ер эшкәртеүме, мал һимертеүме, көстө ни тиклем йәлләмәйһең, ул һиңә уңышты шул хәтлем мулыраҡ бирә.

Һүҙ ҙә юҡ, эшһөйәрҙәр хужалыҡ йөгөн ырамлы тарта, шул уҡ ваҡытта һәр береһе мул һәм етеш йәшәй.

 

Бүздәк районы.

 

Илдар АҠЪЮЛОВ  

Читайте нас: