Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Ғинуар 2023, 16:50

Ике йылда хужаһыҙ объекттар һаны 265 меңгә кәмегән.

Хужаһыҙ йәиһә хоҡуҡһыҙ объекттарҙың кәмеүендә туранан- тура урындағы үҙидаралар менән берлектә эш һөҙөмтәһе

Ике йылда хужаһыҙ объекттар һаны 265 меңгә кәмегән.
Ике йылда хужаһыҙ объекттар һаны 265 меңгә кәмегән.

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 31 ғинуарҙа Андрей Назаров етәкселегендә Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрын кәрәкле мәғлүмәттәр менән тулыландырыу мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үтте. Уның эшендә муниципаль ҡала һәм район округтары хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.

Андрей Назаров билдәләүенсә, “Милли арауыҡ мәғлүмәттәре системаһы” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә  ил Президенты Владимир Путиндың “Росреестр”ҙың, төбәк һәм муниципаль власть органдарының Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрын (ЕГРН) кәрәкле мәғлүмәттәр менән тулыландырыу, тулы һәм теүәл реестр булдырыу мотлаҡ.

–Республика Хөкүмәте тарафынан “Росреестр” идараһы менән берлектә 2022  йылдың майында  2024 йылға тиклем тейешле проектты тормошҡа ашырыу буйынса “юл картаһы” ҡабул ителде. Ул туғыҙ ярҙамсы проекты үҙ эсенә ала. Был “юл карталары” муниципаль кимәлдә лә ҡабул ителде. Хәҙер уларҙың үтәлеше буйынса мониторинг алып барыла. 2023 йылдың 1–се ғинуарына тиклем Берҙәм дәүләт күсемһеҙ реестрында 4,5 миллиондан ашыу объект иҫәпкә алынған. Шул уҡ ваҡытта  670 мең объекттың хужаһы юҡ. Ике йылда теркәлгән хужаһыҙ объекттарҙың һаны 265 мең берәмеккә тиклем кәмегән, - тип билдәләне  Премьер-министр.

Берҙәм дәүләт реестрын нисек тултырыу буйынса тулыраҡ мәғлүмәттәр менән “Росреестр” идараһы етәксеһе  Пётр Клец таныштырҙы.

– Хужаһыҙ йәиһә хоҡуҡһыҙ объекттарҙың кәмеүендә туранан- тура урындағы үҙидаралар менән берлектә эш алып барыуҙың  яҡшы һөҙөмтәһе ул.  Мәҫәлән, 2023 йылдың 1 ғинуарына урындағы үҙидаралар менән берлектә 934  объектың  хужалары хаҡында мәғлүмәттәр индерелде,  112 754  объект кадастр иҫәбенән төшөрөлдө, 11 851 объект теркәлде, - тине  Башҡортостан буйынса Росреестр департаменты етәксеһе Петр Клец.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: