Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Ғинуар 2023, 19:45

Инвестициялар буйынса һөҙөмтәле йыл

"Беҙҙә хаҡы 88 миллиард һумдан ашыу булған 60-лап дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекты иҫәпләнә".

Инвестициялар буйынса һөҙөмтәле йыл
Инвестициялар буйынса һөҙөмтәле йыл

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 31 ғинуарҙа Премьер-министр Андрей Назаров ведомство етәкселәре, муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәте башлыҡтары ҡатнашлығында кәңәшмә уҙғарҙы. Унда дәүләт-шәхси партнерлыҡ рейтингын формалаштырыу мәсьәләләре тикшерелде.

"Һуңғы осорҙа беҙ дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмын әүҙем индерәбеҙ. Беҙҙә хаҡы 88 миллиард һумдан ашыу булған 60-лап ошондай проект иҫәпләнә. Муниципаль кимәлдә инвестиция күләме 12 миллиард һумдан ашыу булған 46 проект тормошҡа ашырыла", - тине Андрей Назаров.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры билдәләүенсә, “Рәсәй Федерацияһы субъектында дәүләт-шәхси партнерлыҡ үҫеше кимәле” - инвестиция климатының милли рейтингы күрһәткестәренең береһе. Төбәктәр ошо индикатор буйынса Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан баһалана. Мәғлүмәт сығанағы булып “Идаралыҡ” дәүләт автоматлаштырылған системаһына индерелгән мәғлүмәттәр тора.

2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса дәүләт-шәхси партнерлыҡ үҫеше рейтингын формалаштырыу һәм “Идаралыҡ” дәүләт автоматлаштырылған системаһына индерелгән әлеге мәғлүмәттәр статусы тураһында доклад менән Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов сығыш яһаны. Ул үҙенең сығышында Башҡортостандың төрлө эшмәкәрлек өлкәһендә дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттарын тормошҡа ашырыуҙа яҡшы тәжрибә туплауын белдерҙе. Был иһә Рәсәй төбәктәре араһында тотороҡло рәүештә 20 лидерҙар рәтенә инергә мөмкинлек бирә. Рөстәм Моратов шулай уҡ 2021 йыл менән сағыштырғанда проекттар һәм инвестициялар күләмен ике тапҡырға арттырыуға өлгәшеүҙәре тураһында ла әйтте.

"Инвестиция күләме яҡынса 27 миллиард һумлыҡ донъя кимәлендәге кампусты булдырыуға, Сибайҙа 3,5 миллиард һумлыҡ балалар ялы өсөн йыл әйләнәһенә эшләгән лагерь төҙөүгә ҙур концессияларға ҡул ҡуйҙыҡ. Бөгөн Республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығында эшкәртеүҙә алты проект ята, уларҙың инвестиция күләме 60 миллиард һум тәшкил итә", - тине беренсе вице-премьер.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас