Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Ғинуар 2023, 21:15

Күсемһеҙ милкегеҙ теркәлгәнме? Юғиһә...

Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрын кәрәкле мәғлүмәт менән тултырыу мәсьәләһе тикшерелде.

Күсемһеҙ милкегеҙ теркәлгәнме? Юғиһә...
Күсемһеҙ милкегеҙ теркәлгәнме? Юғиһә...

31 ғинуарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрын кәрәкле мәғлүмәт менән тултырыу мәсьәләһе тикшерелде. Ултырышта муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.

Андрей Назаров билдәләүенсә, ил Президенты Владимир Путиндың “Милли арауыҡ мәғлүмәттәре системаһы” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу барышында күсемһеҙ милектең Берҙәм дәүләт реестрын (ЕГРН) кәрәкле мәғлүмәт менән тултырыу, тулы һәм теүәл реестр булдырыу "Росреестр"ҙың, төбәк һәм муниципаль власть органдарының өҫтөнлөклө бурыстарының береһе булып тора.

"2022 йылдың майында республика Хөкүмәте "Росреестр" идаралығы менән берлектә 2024 йылға тиклем тейешле проектты тормошҡа ашырыу буйынса төбәк юл картаһын ҡабул итте. Уның эсенә туғыҙ проект инә. Муниципаль кимәлдә тейешле юл карталары ла ҡабул ителгән. Әле уларҙы тормошҡа ашырыу бара. 2023 йылдың 1 ғинуарына ЕГРН-да 4,5 миллиондан ашыу объект иҫәпкә алынған. Шул уҡ ваҡытта 670 мең объекттың хужа хоҡуғына эйә булыусыһы юҡ. Ике йыл эсендә теркәлгән хоҡуҡтары булмаған объекттар һаны 265 мең берәмеккә кәмене", – тине Премьер-министр.

"Росреестр" идаралығы начальнигы Петр Клец 2021 йылдың 29 июненән, йәғни 518-ФЗ законы көсөнә ингәндән һуң, ысын хужаларҙы асыҡлау буйынса эштәр башланыуы тураһында ентекле һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, законды үтәү урындағы үҙидара органдарына йөкмәтелгән.

Петр Клец, статистик мәғлүмәттәргә таянып, Башҡортостанда хоҡуғы теркәлмәгән объекттарҙың дөйөм һаны кәмей барыуы хаҡында белдерҙе. 1 ғинуарға ҡарата, 2021 йылда уларҙың һаны яҡынса 935 мең объект тәшкил итә – 21 процент, был 2022 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 875 меңгә тиклем кәмеүен күрһәтә, йәғни 19 процент тәшкил иткән, 2023 йылдың 1 ғинуарына уларҙың һаны 670 мең объектҡа тиклем кәмеп, 15 процент булған.

"Хоҡуҡһыҙ объекттарҙың кәмеүе урындағы үҙидаралыҡтарҙың уларҙың хужаларын асыҡлау буйынса башҡарған эштәре менән туранан-тура бәйле. Мәҫәлән, 2023 йылдың 1 ғинуарына ҡарата урындағы үҙидаралыҡ 934 объект буйынса ҡарарҙар нигеҙендә хоҡуҡҡа эйә хужалары тураһындағы мәғлүмәтте индергән; кадастр иҫәбенән 112 754 объект алынған; 11 851 объектҡа ҡарата элек барлыҡҡа килгән хоҡуҡтарҙы теркәү үткәрелгән", – тине Петр Клец.

Ултырышта Премьер-министр билдәләүенсә, ЕГРН сифаты һәм ваҡытында тултырыу, күсемһеҙ милекте һалым әйләнешенә йәлеп итеү муниципалитеттарҙың үҙ килемдәре динамикаһына туранан-тура йоғонто яһай.

"Финанс министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылда урындағы бюджеттарҙың килеме 151 миллиард һумдан ашып киткән, был 2021 йыл кимәленә ҡарата 11,2 процентҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта физик шәхестәр буйынса милеккә һалым керемдәре 2021 йыл менән сағыштырғанда – 20 процентҡа, ер һалымы буйынса килем 10 процентҡа күбәйгән", – тип билдәләне Андрей Назаров.

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса етәксеһе Андрей Агапов һалым базаһы динамикаһы һәм муниципаль берәмектәрҙең һалым керемдәрен арттырыу тураһында сығыш яһаны. Уның һүҙҙәренсә, республикала йыл һайын һалым һалыу объекттары һанының ыңғай үҫеше күҙәтелә. Ул өс йыл эсендә үҫеш дүрт процент тәшкил иткән.

"Ыңғай динамика дөйөм һәм урындағы һалым керемдәре буйынса һаҡлана. Физик шәхестәрҙең мөлкәт һалымы буйынса 2022 йылда килемдең 2021 йыл менән сағыштырғанда 312 миллион һумға йәки 20 процентҡа артыуы күҙәтелә, физик шәхестәрҙең ер һалымы буйынса 82 миллион һумға йәки 10 процентҡа артҡан. Әлеге ваҡытта муниципаль берәмектәр 41 меңдән ашыу объекттың һалым әйләнешенә йәлеп ителгән, шуларҙың 13 меңгә яҡыны элек барлыҡҡа килгән хоҡуҡтар тураһында ЕГРН мәғлүмәтенә индерелгән. Бындай объекттар өсөн милеккә һалымды иҫәпләү алдағы өс йылда башҡарыла. Өс йыл эсендә уларға иҫәпләнгән һалым күләме 24,5 миллион һум тәшкил итте", – тине Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса етәксеһе.

Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрын кәрәкле мәғлүмәт менән тултырыу мәсьәләһен ҡарауҙы тамамлап, Андрей Назаров бер нисә күрһәтмә бирҙе.

"Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестры менән муниципаль милек реестрҙарын яраштырыу буйынса эште әүҙемләштереү; элек теркәлгән күсемһеҙ милек хоҡуғына эйә булғандарҙы асыҡлау буйынса тулы саралар; "Росреестр" идаралығы менән берлектә хоҡуҡтары юғалған барлыҡ объекттарҙың милек хоҡуғын дәүләт теркәүен тәьмин итергә. Юл картаһын һәм билдәләнгән күрһәтмәләрҙе үтәү мәсьәләләрен быйыл июлдә ошондай уҡ оператив кәңәшмәлә ҡараясаҡбыҙ", – тине Хөкүмәт Премьер-министры.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru

Күсемһеҙ милкегеҙ теркәлгәнме? Юғиһә...
Күсемһеҙ милкегеҙ теркәлгәнме? Юғиһә...
Күсемһеҙ милкегеҙ теркәлгәнме? Юғиһә...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: