“Башҡортостан Республикаһының Төбәк лизинг компанияһы” акционерҙар йәмғиәте “Индукция машиналары” ширҡәтенә финанс ярҙамы күрһәтә.
Дөйөм суммаһы 800 мең һум булған был ярҙам һанлы программа менән идара ителгән фрезлаусы станок һатып алыуға тотоноласаҡ. Яңы ҡорамал компанияға етештереүҙең үҙҡиммәтен кәметеү мөмкинлеге бирә, һөҙөмтәлә төшөмдөң биш процентҡа артыуы көтөлә.
“Ҡайтармалы лизингта компания-клиент яңы мөлкәтте лизинг компанияһына уны ҡабаттан лизингка биреү өсөн һата. Был иһә компаниялар өсөн йоғонтоло сара булараҡ билдәле”, – ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Лизинг килешеүе йылына алты процент түләү шарты менән 36 айға төҙөлгән.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.