

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, мәшғүллек үҙәктәренең юлламаһы буйынса 317 кеше “Алға” махсус иҡтисади зонаһы өсөн һөнәрҙәргә уҡып сыҡты.
Был турала республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән кәңәшмәлә хәбәр ителде. Премьер-министр билдәләүенсә, “Алға” зонаһы өсөн кадрҙар һайлап алыу һәм уҡытыуҙы ойоштороу кадрҙар менән йоғонтоло тәьмин итеүҙең һәйбәт өлгөһө булып тора.
“Алға” зонаһының ике резиденты – “Аркада” һәм “Фабрика “ЗАСПОРТ” йәмғиәттәре – өсөн кадрҙарға мохтажлыҡ 600 кеше тәшкил итә. “Аркада” өсөн кадрҙарҙы маҡсатҡа йүнәлешле һайлап алыу 2021 йылда уҡ башланғайны. Әлеге көнгә был ике фабрикаға 370 кеше эшкә урынлаштырылған, шул иҫәптән – эшһеҙ граждандарҙы һөнәргә өйрәтеү саралары буйынса ла”, – тине Андрей Назаров.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.