Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты Башҡортостандың бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү фонды менән берлектә «Дәүләт һатып алыуҙарында ҡатнашыу. Һанлаштырыу» тип аталған вебинар үткәрҙе. Уның эшендә 100-ҙән ашыу эшҡыуар ҡатнашты.
– Һатып алыуҙар үткәргәндә тәүгә ҡатнашырға йыйынған эшҡыуарҙарға айырым иғтибар бүләбеҙ. Вебинар фонд системаһындағы эш нигеҙҙәренә һәм һатып алыуҙарҙа ҡатнашыу практикаһына арналған. 2023 йылда Дәүләт комитеты эшҡыуарҙар өсөн дә, клиенттар өсөн дә ошондай семинарҙар үткәреүҙе дауам итергә ниәтләй, — тине Башҡортостандың Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова.
Вебинар быға тиклем һатып алыуҙарҙа ҡатнашмаған эшҡыуарҙарҙы уҡытыуға йүнәлтелгән. Теркәлеү тәртибе ентекләп аңлатыла, килешеү һөҙөмтәһе буйынса һатып алыуҙар сессияһында ҡатнашыу миҫалдары килтерелә.
Вебинарҙа Башҡортостандың Дәүләт комитетының конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса функциональ үҫеш бүлеге мөдире Айҙар Баһаув, Башҡортостандың бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү фонды етәксеһе Олег Ғафаров сығыш яһаны.
2023 йылға һатып алыуҙарҙы әҙерләү буйынса саралар тураһында мәғлүмәт Башҡортостандың Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтында баҫыла https://zakupki.bashkortostan.ru/activity/38884/.
Белешмә:
Башҡортостандың бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү фонды — ҙур булмаған аукцион агрегаторы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, дәүләт һәм муниципаль ихтыяждар өсөн ваҡ-төйәк һатып алыуҙарға (600 мең һумға тиклем) инеү мөмкинлеген киңәйтеү өсөн тәғәйенләнгән мәғлүмәт подразделениеһы.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.