Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы «Прайм» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен Башҡортостан Республикаһының «Белорет» йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына индерҙе.
Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу барышында компания беркетеү изделиеларының киң номенклатураһын етештереүҙе ойоштороуға 5 миллион һум самаһы аҡса һалырға ниәтләй, улар араһында саморез, мебель метиздары, сөй һәм башҡалар бар.
Капиталь һалыуҙар металл эшкәртеү буйынса технологик линия һатып алыуға йүнәлтеләсәк. Йыллыҡ етештереү ҡеүәте - 468 тонна продукция, 2027 йылда проект ҡеүәтенә сығыу күҙаллана. Был хаҡта БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.
Йылдам үҫеш биләмәһе резиденты проектты 2023 - 2027 йылдарҙа тормошҡа ашырырға ниәтләй. Производствола 10 эш урыны булдырыласаҡ. Етештерелгән продукция компанияның интернет-сайты аша, сауҙа интернет-майҙансыҡтары, махсус төҙөлөш-хужалыҡ магазиндары ярҙамында һатыласаҡ.
- Бөгөнгә Башҡортостан Республикаһында йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты статусы 125 компанияға бирелгән. Инвесторҙар төбәк иҡтисадына 7,7 миллиард һум самаһы инвестиция һалған һәм 5 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырған, - тип хәбәр итте БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Фото: pravitelstvorb.ru