Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың Берләшкән металлургия компанияһының Благовещен заводы Рәсәйҙең сәнәғәт предприятиеларының милли онлайн-юл күрһәткесе исемлегенә индерелде.
“Барыһы ла – заводҡа!” каталогында хәҙер ошо заводтың “Ут. Металл. Кешеләр” экскурсияһы бар. Ул Благовещен ҡунаҡтарын Башҡортостандың 226 йәшлек иң боронғо металлургия заводы менән таныштыра.
“Һайлап алыу һөҙөмтәһендә Башҡортостан Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ярҙамында ойошторолған “Асыҡ сәнәғәт” акселераторының иң алдынғы 20 предприятиеһы исемлегенә инде. Беҙ үтә етди эш башҡарҙыҡ. Сәнәғәт турҙарының ҡеүәте ҙур булыуын иҫәпкә алып, төрлө тармаҡ предприятиеларын алырға тырыштыҡ. Был – мөһим һәм ҡыҙыҡлы проект, ул төбәк сәнәғәтен һәм уның продукцияһының таныусанлығын арттырырға, туристар ағымын киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк”, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.
Благовещен заводындағы экскурсияла ҡунаҡтар продукция етештереүҙең тулы юлы менән – конструкциялар һәм деталдәрҙе иретеп ҡойоуҙан алып әҙер әйберҙәрҙе йыйыу һәм буяуға тиклем – таныша аласаҡ.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.