Иҡтисад
1 Февраля 2023, 10:00

Боронғо һәм матур ҡалаға самолет осасаҡ

Өфөнән беренсе самолет 17 февралдә үк оса. Рейс аҙнаһына бер тапҡыр, йомала башҡарыласаҡ.

Боронғо һәм матур ҡалаға самолет осасаҡБоронғо һәм матур ҡалаға самолет осасаҡ
Боронғо һәм матур ҡалаға самолет осасаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә шатлығын уртаҡлашты.

"Сәмәрҡәндкә тура рейстар асабыҙ. «Азимут» авиакомпанияһының беренсе самолеты Өфөнән 17 февралдә үк оса. Юлдағы ваҡыт - өс сәғәт. Осоштар - аҙнаһына бер тапҡыр, йома көнөндә.

Быны яҡшы яңылыҡ тип иҫәпләйем һәм беҙҙең ошо йүнәлештә авиабәйләнештәр асыу тураһындағы ҡарарҙы Үзбәкстандағы коллегаларыбыҙҙың хуплауына бик шатмын. Сәмәрҡәнд - Азияның иң күркәм, боронғо һәм бик матур ҡалаларының береһе. 

Дөйөм алғанда, Үзбәкстанда ҡарарлыҡ нәмәләр бар. Өфөлә һәм Башҡортостанда ла ҡунаҡтарға күрһәтер нәмәләр бар. Ике яҡтан да туристар ҡәнәғәт булыр тип ышанам", - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото: https://vk.com/radiyhabirov

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас