Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, “Башҡортостан продукты” проекты дипломанттары федераль ретейл кәштәләрендә үҙҙәренең продукцияһын арттыра. Былтыр 24 ноябрҙә сауҙа-һатып алыу конференцияһы барышында федераль ретейл кәштәһендә төбәк тауарҙары өсөн махсус урындар ҡуйыу хаҡында “Магнит” сауҙа селтәре менән килешеү төҙөлдө. Хәҙер “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проекты дипломанттары әйберҙәрен сауҙа залдарында табырға мөмкин, кәштәләрҙә сәй, бал, икмәк ризыҡтары барлыҡҡа киләсәк.
- Брендлы кәштәләр ойоштороу – продукцияны күрһәтеүҙең яңы этабы. Был иһә һатып алыусыларҙа төбәк тауарҙарын популярлаштырыуға һәм һатыуҙы йәнләндерергә булышлыҡ итә, - тине Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Махсус кәштәләр республикабыҙҙа 186 “Магнит”магазинында ҡуйылған. Улар Башҡортостан предприятиелары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Шуға ла бындай проектты тормошҡа ашырыу мөмкинлегенән урындағы һәр етештереүсе ҡуллана ала.
- Беҙҙең магазиндарҙа традицион рәүештә урындағы тауарҙарҙы махсус күрһәткестәр менән билдәләйбеҙ. Үҙенсәлекле ингредиентлы һәм рецептлы продукция өсөн стойкалар ҡулланырға булдыҡ. Был ҙур ассортимент араһында юғалып ҡалмаһын, һатып алыусыларҙың күҙ уңында булһын өсөн эшләнә. Беҙ ҡулланыусыларҙың баһаһына иғтибар бирәбеҙ һәм төбәк продукцияһын үҫтереүҙең төрлө юлдарын эҙләйбеҙ, - тине “Магнит” берәмләп һатыу селтәренең Урал округының департамент директоры Кристина Аветян.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.