Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Февраль 2023, 17:30

Конкурс еңеүселәре кем булыр?

Башҡортостандың 11 проекты - федераль премия финалсылары.

Конкурс еңеүселәре кем булыр?
Конкурс еңеүселәре кем булыр?

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың 11 проекты ТОП Торлаҡ комплексы-2023 яңы торлаҡ комплексы төҙөлөшө конкурсы финалсыһы булды. Уның ойоштороусылары - Рәсәй Федерацияһының төҙөлөш өлкәһендә эшҡыуарлыҡ буйынса Сауҙа-сәнәғәт палатаһы комитеты  һәм Торлаҡ төҙөүселәрҙең милли берекмәһе. Барлығы Башҡортостан буйынса конкурстың биш номинацияһына 26 ғариза бирелгән.

- Башҡортостан төҙөүселәре төҙөлөш тармағының барлыҡ мөмкин булған федераль премияларында әүҙем ҡатнаша һәм еңә. Былтыр республиканың туғыҙ проекты ТОП Торлаҡ комплексы премияһының төрлө номинацияларында еңеү яуланы һәм призер булды. Был иһә төбәктә сифаты буйынса иң яҡшы проекттарҙан ҡалышмаған торлаҡ комплекстары булдырылыуы тураһында һөйләй, - тине Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.  

Яңы төҙөлөштәрҙе баһалау 17 төркөмгә берләштерелгән 133 параметр буйынса билдәләнә. Уның иҫәбендә социаль инфраструктура, архитектура, хәүефһеҙлек һәм башҡалар бар.

Конкурстың еңеүселәре быйыл 28 февралдә Мәскәүҙәге тантанала билдәле буласаҡ. Был сара Рәсәй төҙөлөш аҙналығы-2023 сиктәрендә уҙғарыла.

Торлаҡ комплекстарының ҡала төҙөлөшө конкурсы - Рәсәйҙәге яңы торлаҡ төҙөлөшөнөң күләмле конкурсы. Ул 2019 йылдан ойошторола. Йыл һайын конкурста меңдән ашыу торлаҡ комплексы ҡатнаша.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: