Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Февраль 2023, 21:30

Ҡошсолоҡ тармағын үҫтерергә иҫәп тоталар

Радий Хәбиров “Черкизов” төркөмөнөң генераль директоры Сергей Михайлов менән осрашты. 

Ҡошсолоҡ тармағын үҫтерергә иҫәп тоталар
Ҡошсолоҡ тармағын үҫтерергә иҫәп тоталар

Бөгөн, 2 февралдә, Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Черкизов” төркөмөнөң генераль директоры Сергей Михайлов менән осрашты. Һөйләшеү барышында республика биләмәһендә компанияның ҡошсолоҡ предприятиеларын үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды.

2022 йылдың декабрендә «Черкизов» төркөмө «Рус игене Өфө» компаниялар төркөмөнөң бер нисә ҡошсолоҡ һәм үҫемлекселек активтарын һатып алды. Улар иҫәбендә - «Башҡортостан игене», «Өфө икмәк продукттары комбинаты», «Турбаҫлы бройлерҙары».

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың эшкәртеүсе производстволарҙы үҫтереү менән ҡыҙыҡһыныуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Һеҙ - ауыл хужалығы өлкәһендә беҙҙең эре партнерыбыҙ. Беҙ һәр ваҡыт килешеп эшләйбеҙ. Интенсив үҫеш өсөн ярҙам сараларын тикшерергә әҙербеҙ, - тип билдәләне төбәк етәксеһе.

Яҡын арала һатып алынған активтарҙы яңыртыу башланасаҡ, тип белдерҙе Сергей Михайлов.

- Предприятиеларҙы үҙгәртеп ҡороуҙы һәм реконструкциялауҙы үткәрәсәкбеҙ. Инвестицияларҙың дөйөм күләме яҡынса 500 миллион һум тәшкил итә. Киләһе йылда тере ауырлыҡта етештереүсәнлекте йылына 65 мең тоннанан 100 мең тоннаға тиклем арттырырға, ә артабан уны 120 мең тоннаға тиклем еткерергә планлаштырабыҙ, - тип һөйләне Сергей Михайлов. - Бынан тыш, элек был предприятиелар экспортҡа тауар сығарыу менән шөғөлләнмәгән, әле Ҡытайға поставкалар яһауға ғариза бирҙек.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: