Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Февраль 2023, 11:30

"Рәсәйҙә эшләнгән" программаһында ҡатнашырға була

Йүнселдәргә тағы ла бер ярҙам төрө тураһында.

"Рәсәйҙә эшләнгән" программаһында ҡатнашырға була
"Рәсәйҙә эшләнгән" программаһында ҡатнашырға була

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, республика предприятиелары «Рәсәйҙә эшләнгән» программаһында ҡатнаша һәм «Рәсәй экспорт үҙәге» акционерҙар йәмғиәтенән мәғлүмәти һәм маркетинг ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә. Программа Рәсәй етештереүселәренең сифатлы продукция менән ышаныслы тәьмин итеүсе булыуын раҫлауға йүнәлтелгән. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева һөйләне.

Сертификатлау үтеү өсөн продукцияның мотлаҡ талаптарға тап килеүен баһалау тураһында документ һәм бер йәки бер нисә йүнәлеш буйынса ирекле талаптарға тап килеү тураһында сертификат тапшырырға кәрәк:

тәбиғилеге;

органик килеп сығышы;

ышаныслылығы;

энергияны һаҡсыл файҙаланыу тураһында.

Һынау шарттарын һылтанма буйынса тулыраҡ өйрәнә алаһығыҙ: https://www.exportcenter.ru/services/sertifikatsiya-patentovanie-litsenzirovanie/dokumenty_sdelano_v_rossii/

«Рәсәйҙә етештерелгән»/Made in Russia ирекле сертификатын алған компанияларға продукцияны сит илдәрҙә милли онлайн-магазиндарҙа, агропродукция шоу-румдарында рекламаларға ярҙам итәсәктәр һәм кобрендинг проекттарын тәҡдим итәсәктәр. Шул иҫәптән В2В-үткәреү, программала ҡатнашыусылар өсөн махсус реклама кампаниялары, Рәсәй экспорт үҙәгенең милли онлайн-магазиндарында тауар профилен брендлау һәм башҡалар. «Рәсәйҙә етештерелгән» программаһында ҡатнашып, сеймал булмаған продукция етештереүселәр ҙә ошо уҡ исемле сертификатҡа эйә була ала. Төп шарт - компания юғары сифатлы йәки яҡшыртылған үҙенсәлекле продукция етештерергә йәки оҙатырға тейеш. Быны «Рәсәйҙә эшләнгән»/Made in Russia ирекле сертификатлау системаһы партнерҙары булған аккредитацияланған органдарҙа раҫлатырға кәрәк.

Башҡортостан Республикаһы компанияларын «Рәсәйҙә эшләнгән» программаһында ҡатнашырға саҡырабыҙ. Түбәндәге һылтанма буйынса программала ҡатнашыуға заявка бирергә һәм «Рәсәйҙә эшләнгән»/Made in Russia билдәһен алырға мөмкин: https://www.exportcenter.ru/services/sertifikatsiya-patentovanie-litsenzirovanie/dokumenty_sdelano_v_rossii/

Килеп тыуған һорауҙар буйынса «Рәсәй экспорт үҙәге» акционерҙар йәмғиәтенең бәйләнеш үҙәгенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ: 8-800-550-0188.

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/20074/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: