Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Февраль 2023, 20:30

Республикала юлдар яҡшыра

Башҡортостанда М-7 федераль трассаһының яңы участкаһында тәүге юл үткәргес төҙөлә башланы. 

Республикала юлдар яҡшыра
Республикала юлдар яҡшыра

2 февралдә Дүртөйлө районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиков республика биләмәһендә мөһим, шул иҫәптән федераль әһәмиәттәге транспорт проекттарын бойомға ашырыу буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе.

Кәңәшмә алдынан Радий Хәбиров менән Роман Новиков М-7 «Волга» федераль трассаһының республика участкаһын ҡарап сыҡты. Ул юғары тиҙлекле Ҡазан-Екатеринбург юлының бер өлөшө буласаҡ һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса М-12 Мәскәү-Ҡазан магистрален дауам итәсәк. 65 саҡрым оҙонлоҡтағы яңы М-7 участкаһы Илеш, Дүртөйлө һәм Саҡмағош райондары аша үтәсәк.

Участкала урау юл һалына башланы ла инде, тип билдәләне Роман Новиков. Бында ер ҡатламын һалалар һәм буласаҡ юл үткәргес өсөн свайҙар ҡағалар. Быйыл юл хеҙмәткәрҙәре трассала асфальт-бетон түшәй башлай.

Объектта йәмғеһе 480 кеше һәм 360 берәмек төҙөлөш техникаһы эшләй, етештереү ҡеүәтен арттырыу планлаштырыла. Урау юл төҙөлөшө 2024 йылда тамамлана.

«Автобан» генераль подрядсы ойошмаһының башҡарма директоры - генераль директор урынбаҫары Олег Мартыненко яңы трассалағы эштәр барышы һәм муниципалитеттар менән хеҙмәттәшлек тураһында һөйләне.

М-12 трассаһы менән бер рәттән Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы ла республика үҫеше өсөн мөһим әһәмиәткә эйә. Ул М-7 һәм М-5 автомобиль юлдарын тоташтырасаҡ, көнбайыштан көнсығышҡа ҡала агломерацияһы аша уңайлы транзит юлын ойошторорға мөмкинлек бирәсәк.

Башҡортостан Башлығы проекттың һәйбәт темптар менән тормошҡа ашырылыуын билдәләне һәм Федераль юл агентлығына берлектәге һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәт белдерҙе.

Төбәктә шулай уҡ Стәрлетамаҡты урап үткән Р-240 Өфө-Ырымбур автомобиль юлын төҙөкләндереү проекты әҙерләнгән. Ул ике һыҙатлынан дүрт һыҙатлыға әйләнәсәк. Был трассаның үткәреү һәләтен һәм хәүефһеҙлеген арттырырға мөмкинлек бирә.

Роман Новиков Башҡортостан етәкселегенә юл-транспорт ваҡиғаларында үлем осраҡтарын кәметеү буйынса ҙур эш күләме өсөн рәхмәт белдерҙе. 2022 йылда был күрһәткес федераль юлдарҙа 48 процентҡа кәмегән.   

Фото: glavarb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: