Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Февраль 2023, 22:20

Ҡыҙыҡлы һәм нигеҙле проекттар ҡаралды

“Инвестиция сәғәте”ндә сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм башҡа өлкәләргә ҡағылышлы башланғыстар тикшерелде.

Ҡыҙыҡлы һәм нигеҙле проекттар ҡаралды
Ҡыҙыҡлы һәм нигеҙле проекттар ҡаралды

Бөгөн, 2 февралдә, Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы «Инвестиция сәғәте»н үткәрҙе. Унда сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм рекреация өлкәләренә ҡағылышлы яңы проекттар ҡаралды.

Кәңәшмә башында беренсе вице-премьер - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов төбәккә инвестициялар йәлеп итеү буйынса эштәрҙең төп йомғаҡтары хаҡында һөйләне. 2019-2021 йылдарҙа һалынған аҡсаның дөйөм күләме 31,3 процентҡа артҡан.

- 2022 йылда ғына 150 миллиард һумға торошло 97 проектты ҡараныҡ. Улар 8,5 мең яңы эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота, - тине Рөстәм Моратов. - Хупланған башланғыстарҙың өстән бер өлөшө – сәнәғәт өлкәһендә, йәғни 27 проект. Тағы 21-е ауыл хужалығына ҡағылышлы. Шулай уҡ яңы объекттарҙың күбеһе юл буйы сервисына, сауҙаға һәм туризмға ҡарай.

2022 йылда Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды 11,2 миллиард һумға 33 тармаҡ проектына булышлыҡ иткән, был 2021 йылғы күрһәткестән күберәк.

Республика Башлығы төбәктең идара итеү командаһына, министрлыҡ һәм ведомстволар коллективтарына иҡтисадтың тотороҡло үҫешен тәьмин иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

“Инвестсәғәт” барышында «Боково» компанияһы вәкилдәре Иглин районында 1 200 баш һыйырға иҫәпләнгән малсылыҡ фермаһын төҙөү буйынса пландары хаҡында һөйләне.

Стәрлебаш ҡошсолоҡ фермаһы директоры Булат Рафиҡов производствоны реконструкциялау һәм ҡош итен сығарыу күләмен йылына 780 тоннаға тиклем арттырыу проекты менән таныштырҙы.

Көйөргәҙе районында 750 урынлыҡ йыл әйләнәһенә эшләгән шифахана төҙөү проекты менән «СТК» компанияһының генераль директоры Рафаэль Байназаров таныштырҙы.

«Эрудит» компанияһы директоры Иршат Хәбибов етештереүҙе диверсификациялау проекты хаҡында һөйләне. 1998 йылдан инвесторҙар республика биләмәһендә 40 «Китап планетаһы» магазинын асҡан. Һуңғы ике йылда предприятие белем биреү учреждениелары һәм офистар өсөн мебель етештерә башлаған.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: