Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Февраль 2023, 12:30

Яңы кафедра төҙөлөштө күҙәтәсәк

Өфө дәүләт нефть техник университетында “Төҙөлөштө һәм торлаҡты күҙәтеүҙе ойоштороу” база кафедраһы булдырылды.

Яңы кафедра төҙөлөштө күҙәтәсәк
Яңы кафедра төҙөлөштө күҙәтәсәк

Өфө дәүләт нефть техник университетында “Төҙөлөштө һәм торлаҡты күҙәтеүҙе ойоштороу” база кафедраһы булдырылды.

Ул Башҡортостандың Төҙөлөштө һәм торлаҡты күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты ҡарамағында эшләйәсәк.

“Был кафедраның эшмәкәрлеге Башҡортостандағы кадрҙар ҡеүәте буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеге бирәсәк. Төҙөлөш тармағындағы контроль-күҙәтеү белгестәре быға саҡлы башҡа ҡалаларҙа, шул иҫәптән Мәскәүҙә һәм Санк-Петербургта уҡып ҡайтырға тейеш ине. Хәҙер ундай форсат үҙебеҙҙә барлыҡҡа килде. Төҙөлөштө һәм торлаҡты күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты менән килешеп, улар ошо комитетта ла эшкә ҡала ала”, – тине республиканың баш дәүләт торлаҡ инспекторы Артур Дәүләтшин.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: