Санкцияларға һәм ҡатмарлы сәйәси шарттарға ҡарамаҫтан, Башҡортостан иҡтисады үҫеш темптарын кәметмәне, киреһенсә, аныҡ үҫеш билдәләрен күрһәтә.
Республиканың Сәнәғәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылдың ун айы йомғаҡтары буйынса республиканың сәнәғәт секторында оҙатылған тауарҙар күләме 1 триллион 827 миллиард һум тәшкил иткән, был 2021 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 6,8 процентҡа юғары. Сей нефть һәм тәбиғи газ сығарыу буйынса күрһәткестәрҙең артыуы Көнбайыш Европа илдәренән нефть поставкалауҙы Һиндостанға һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәренә яңынан йүнәлтеүгә бәйле. Был – төбәк сәнәғәтенең яңы ысынбарлыҡҡа яраҡлашыуына сағыу миҫал.
Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткән йыл өсөн сәнәғәт комплексы эшмәкәрлеге йомғаҡтарын атаны.
“2022 йылда сәнәғәт етештереүе индексы 102,7 процент тәшкил итте. Был бик яҡшы күрһәткес. Уртаса Рәсәй индексы – 99,4 процент”. Төбәк етәксеһе шулай уҡ уртаса үҫеш темптары шарттарында сәнәғәт өлкәһенең төрлөлөгө иҫәбенә йылдам үҫешеүен билдәләне.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев белдереүенсә, Башҡортостан 2023 йылда сәнәғәт производствоһы индексы буйынса яңы кимәлгә – 103,1 процентҡа сығырға ниәтләй. Төп үҫеш республиканың сәнәғәт махсуслашыуының төп йүнәлештәре иҫәбенә күҙаллана. Быйыл сәнәғәт секторына 405 миллион һум йүнәлтеү күҙаллана. Еңел сәнәғәт, урман сәнәғәте комплексына, шулай уҡ пилотһыҙ осоу аппараттары һәм инвалидтар өсөн реабилитация саралары етештереүселәргә ярҙам күрһәтеләсәк. Республиканың төп бурысы – предприятиеларҙы һәм эш урындарын һаҡлап ҡалыу, бөтә планлаштырылған проекттарҙы һәм килешеүҙәрҙе тормошҡа ашырыу.
Иҡтисад фәндәре кандидаты, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы доценты Рөстәм Камалов ил иҡтисады тотороҡлолоғоноң бер нисә объектив сәбәбен атаны. Беренсенән, Рәсәй ковид осорон уңышлы үтте. Ул ил Хөкүмәте, төбәк етәкселәре өсөн 2022 йылғы саҡырыуҙарға етди әҙерләнергә мөмкинлек биргән күнекмәләр процесы булды.
Икенсе сәбәп – импортты алмаштырыуҙың һөҙөмтәле сәйәсәте һәм илебеҙҙең тауарҙарына һәм хеҙмәттәренә эске ихтыяждың артыуы.
“Өсөнсө пункт – ил етәкселегенең филигрань сәйәсәте, социаль-иҡтисади процестарҙы белеп дәртләндереү һәм илдең һөҙөмтәле оборона-сәнәғәт комплексы”, – тине Рөстәм Камалов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда Халыҡ-ара валюта фонды Рәсәй иҡтисадының үҫешен фаразлағайны – иҫәпләүҙәр буйынса, 2023 йылда Рәсәйҙең эске тулайым продукты – 0,3 процентҡа, 2024 йылда 2,1 процентҡа арта. Илдең эске тулайым продукты күрһәткестәре үҙгәрҙе – иҡтисад кәмемәйәсәк, ә “уртаса үҫеш”кә күсәсәк, тип билдәләне эксперттар.
Фото: ufa.rbc.ru