2022 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың сәнәғәт етештереүе индексы 102,7 процентҡа еткән. Республика Башлығы Радий Хәбиров 6 февралдә уҙған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ошо турала хәбәр итте.
– Был бик яҡшы күрһәткес, ул уртаса Рәсәй индексынан юғары – 99,4 процент. Иҡтисадтың билдәле бер секторҙарының үҫеш темпы кәмеү шарттарында беҙҙә сәнәғәтте диверсификациялау иҫәбенә барыһы ла һәйбәт бара. Быйылға бурыс – шулай уҡ яҡшы эшләү, – тине Радий Хәбиров.
Республика сәнәғәтенең тотороҡло вәкилдәренең береһе – “Нерал” компаниялар төркөмөнә ингән “Башкирский холод” акционерҙар йәмғиәте.
– Беҙҙең төркөм ауыл хужалығы производствоһы, туңдырма, шараптар әҙерләү, шулай уҡ төҙөлөш материалдары етештереү менән шөғөлләнә. 2022 йылда предприятиеларыбыҙҙың тупланма әйләнеше 5,3 миллиард һум тәшкил итте. Һуңғы биш йылда һалым түләүҙәренең дөйөм күләме 7,1 миллиард һумға етте, шуның 4,2 миллиард һумы Башҡортостан бюджетына инде. Инвестициялар күләме һуңғы өс йылда 3,2 миллиард һумдан ашты, – тине “Интел Ко” концернының финанс департаменты директоры Николай Онацкий (“Нерал” компаниялар төркөмөнә инә). – Дөйөм алғанда, предприятиеларыбыҙҙа 1 300 кеше эшләй, уртаса эш хаҡы 52 мең һум тәшкил итә.
2020 йылдың октябрендә компания республика Хөкүмәте менән “Башҡортостан туңдырмаһы” предприятиеһы нигеҙендә яңы туңдырма фабрикаһын төҙөүгә инвестиция килешеүе төҙөнө. Планлаштырылған инвестициялар күләме – 1,9 миллиард һум. Проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты – 2026 йыл.
– Беҙ беренсе этапты тамамланыҡ – ҡорамалдарҙы һәм туңдырма етештереүҙең инфраструктураһын яңырттыҡ. Был маҡсатҡа 924 миллион һум йүнәлтелгән, – тине Николай Онацкий.
Уның әйтеүенсә, предприятие продукцияны Белоруссияға һәм Ҡаҙағстанға экспортҡа оҙатыуға рөхсәт әҙерләй. Инвестиция проекты тамамланғандан һуң компания Рәсәйҙең туңдырма етештереүсе тәүге 10 предприятиеһы исемлегенә инергә ниәтләй.
Радий Хәбиров “Башкирский холод” акционерҙар йәмғиәте етәкселегенә һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Һеҙҙә хеҙмәт хаҡы һәйбәт. Дөйөм алғанда, “Нерал” – яңы проекттарҙы ла планлаштырыу өсөн бик ныҡлы холдинг. Һеҙҙән тәҡдимдәр көтәбеҙ, уларҙы “Инвестиция сәғәт”тәренең береһендә тикшерергә әҙербеҙ. Беҙҙең яҡтан тейешле ярҙам сараларын ҡараясаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе республиканың Ауыл хужалығы министрлығына һәм Өфө хакимиәтенә ҡала парктарында “Башкирский холод” продукцияһын һатыу мөмкинлеген тикшерергә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.