Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Февраль 2023, 14:15

Радий Хәбиров: “Күрһәткестәр ҡыуандырҙы”

Уртаса Рәсәй буйынса ул 99,4 процент булһа, беҙҙә - 102,7 процент! 

Радий Хәбиров: “Күрһәткестәр ҡыуандырҙы”
Радий Хәбиров: “Күрһәткестәр ҡыуандырҙы”

Бөгөн Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған аҙналыҡ кәңәшмәһен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҡшы яңылыҡ әйтеүҙән башланы. 2022 йылда Башҡортостандың сәнәғәт етештереүе индексы 102,7 процент тәшкил иткән.

– Был бик яҡшы күрһәткес. Уртаса Рәсәй буйынса ул 99,4 процент тәшкил иткән. Быға, шул иҫәптән етештереүҙе диверсификациялау иҫәбенә өлгәштек. Быйылғы йыл да еңел булмаясаҡ, әммә бурыс бер: артабан да яҡшы эшләү һәм юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү, – тине Радий Хәбиров.

Билдәле булыуынса, уҙған йылдың ғинуар-декабрендә Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе күләменең артыуы өс секторҙа теркәлгән: сеймал табыу – 16,3 процентҡа, эшкәртеү тармағында – 1,0 процент һәм йылылыҡ һәм электр энергетикаһында – 1,1 процентҡа.

Фото: ufa.rbc.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: