Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Февраль 2023, 21:30

Төҙөлөш тармағы ҡыуандырҙы

Әммә башҡараһы эштәр ҙә байтаҡ. 

Төҙөлөш тармағы ҡыуандырҙы
Төҙөлөш тармағы ҡыуандырҙы

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда, атап әйткәндә, республиканың төҙөлөш комплексының 2022 йылғы эшенә йомғаҡ яһалды.

Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин төҙөлөш тармағы 2020 йылдан тотороҡло үҫеш күрһәтеүен билдәләне. Ә торлаҡ төҙөү темптары буйынса 2022 йыл Башҡортостан тарихында 3 миллион квадрат метрлыҡ күрһәткес менән иң яҡшыһы булды.

– Төбәктә 40 меңгә яҡын фатир файҙаланыуға тапшырылған. Был 110 меңдән ашыу ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирҙе, – тине Егор Родин.

Төҙөлөш темптары буйынса алдынғылар иҫәбендә – Бөрө (2021 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк), Туймазы (2,1 тапҡырға), Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Әбйәлил районы (1,7 тапҡырға).

Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы етәксеһе һүҙҙәренсә, 2022 йылда мохтаж ғаиләләргә булышлыҡ итеү өсөн 3,2 миллиард һум йүнәлтелгән. Шул арҡала 8,8 мең кеше торлаҡ шарттарын яҡшырта алған.

Башҡортостан шулай уҡ 2019-2022 йылдарҙа иң күп өлөшсөләр хоҡуғын тергеҙгән Рәсәйҙең тәүге биш төбәге иҫәбенә инде.

– 2022 йылда ғына төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашҡан 2,6 мең кеше үҙ һорауҙарын хәл итте. 70 объект проблемалы объекттар реестрынан төшөрөлгән, – тип билдәләне Егор Родин. – 2023 йылдың башына “оҙаҡ төҙөлгәндәр” реестрында 39 йорт ҡала.

2023 йылдың аҙағына тиклем республикала алданған өлөшсөләр проблемаһын тулыһынса хәл итеү күҙаллана.

Бынан тыш, 2019 йылдан федераль һәм республика программалары сиктәрендә Башҡортостанда, план күрһәткесен 1,5 тапҡырға арттырып үтәп, авария хәлендәге йорттарҙан 6,8 мең кеше яңы торлаҡҡа күсерелгән.

Башҡортостан Башлығы республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығына, төбәктең тармаҡ предприятиеларына һәм ойошмаларына һәйбәт эш темптары өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Беҙ тәүге тапҡыр 3 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөнөк. Был бик лайыҡлы күрһәткес, – тине Радий Хәбиров. – Бының менән генә туҡталып ҡалмайынса, ҙур ҡалаларҙа торлаҡ төҙөлөшөн үҫтерергә кәрәк.

Республика етәксеһе шулай уҡ республика Хөкүмәтенә социаль объекттар төҙөлөшөн тамамлау ваҡытын аныҡ контролдә тоторға, эштәр графигын һуҙмаҫҡа ҡушты, шул иҫәптән федераль финанслауҙы йәлеп итеп төҙөлгән объекттар буйынса.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: