Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Февраль 2023, 22:42

“Беҙҙең менән эшләү отошло”

Сит илдәрҙең Башҡортостанға ҡыҙыҡһыныуы арта.

Былтырғы йыл аҙағында үткәрелгән ҙур сара – Рәсәйҙең Сәнәғәт буйынса координация советы ултырышы – тураһында беҙ баҫмабыҙҙа яҙғайныҡ инде. Хәҙер уның эш һөҙөмтәләре һәм киләсәккә маҡсаттары тураһында тулыраҡ һөйләү форсаты тыуҙы. Сәнәғәт – бөтә хужалыҡ тармаҡтарының заманса үҫеше өсөн нигеҙ. Шуға ла уның һәр саҡ республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә булыуы тәбиғи хәл итеп ҡабул ителә.

 

Бер нисә миллиард һумлыҡ проекттар

 

– Беҙ хеҙмәттәшлек итергә әҙер булған барыһы менән дә иҡтисади бәйләнешкә инә алабыҙ, хатта дуҫ булмаған илдәр менән дә хеҙмәттәшлек дауам итә. Кем әйтмешләй, санкциялар санкция менән, ә Көнбайыш предприятиеларына беҙҙең менән эшләү барыбер отошло. Был иҡтисади бәйләнеш төрлө ысулдар менән бара: төрлө структуралар, аралашсы илдәр һәм башҡалар аша. Әле беҙҙең менән эшләргә теләгән һәм быға әҙер булған илдәргә иғтибарҙы йүнәлтәбеҙ. Ғөмүмән, тирә-яҡҡа әйләнеп ҡараһаң, буласаҡ иҡтисади хеҙмәттәштәр күп. БДБ илдәрендә, мәҫәлән, сәнәғәт тармаҡтары әүҙем үҫешә башланы, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сәнәғәт буйынса координация советы ултырышынан һуң журналистар менән осрашҡанда.

Башҡортостандың иҡтисади бәйләнеш­тәрендә Беларусь менән хеҙмәттәшлек айырыуса әһәмиәтле. Һуңғы осорҙа, күреүебеҙсә, республикабыҙ белгестәре унда йыш бара, был илдә Башҡортостандың вәкиллеге лә асылды, берлектәге проекттар ҙа әҙер. Тиҙҙән Өфө – Минск тура авиарейсы асыласаҡ. Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлек тә киңәйә ба­ра, уның предприятиелары менән бер нисә миллиард һумлыҡ инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла башланы. Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлек күптән яйға һалынған һәм һуңғы арала ошо дәүләт менән бәйлә­неште киңәйтеүҙең яңы мөмкинлектәре тыуҙы.

 – Координация советы юҡҡа ғына Өфөлә үткәрелмәй. Башҡортостан – Рәсәй сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың йоғонтоло­лоғо буйынса ике тапҡыр алдынғы булып танылған төбәк. Беҙҙә күрһәтерлек уңыштар бар. Сәнәғәт – иҡтисадтың 300 меңгә яҡын кешеһен берләштергән мөһим секторҙарҙың береһе, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев сараның тәүге ултырыштарының береһендә.

 

Төп тема – экспортҡа ярҙам

 

Ултырыштарҙа сәнәғәт предприятиеларына экспортты үҫтерергә ярҙам саралары, шулай уҡ яңы шарттарҙа өҫтөнлөклө импортты тәьмин итеү төп тема булды. “Халыҡ-ара коопе­рация һәм экспорт” милли проекты сик­тә­рендә Рәсәй Хөкүмәте, төбәктәр һәм компаниялар өсөн иң мөһим бурыстар билдәләнә һәм тормошҡа ашырыла. Улар араһында сә­нәғәт продукцияһын һатыуҙың йүнәлештәрен һәм юлдарын үҙгәртеү, хәҙерге шарттарҙа киләсәге өмөтлө тип табылған бәйләнештәр булдырыу һәм уларҙы киңәйтеү, яңы халыҡ-ара транспорт-логистика коридорҙарын билдәләү, уларҙағы тар урындарҙы киңәйтә барыу төп иғтибарҙы талап итә.

Әле үк шуныһы асыҡ билдәле: бөтә был саралар сеймалға бәйле булмаған экспорттың түбән төшөүенә юл ҡуйманы. 2020 йылдың 10 айы йомғаҡтарына ярашлы, сеймал булмаған экспорт күләме алдағы йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 1,5 процентҡа ғына кәмегән. Координация советы ултырыштарында билдәләнеүенсә, Рәсәй экспорт үҙәге, сит илдәрҙәге вәкиллектәр, ҙур компаниялар ошо йүнәлештә берҙәм сылбыр рәүешендә әүҙем эш итә.

 

Таможня “йәшел коридор” аса

 

Рәсәй Хөкүмәте һәм илдең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы сәнәғәт тармаҡтарына экспортта ҡатнашыу мөмкинлеге тыуҙырыуҙа даими саралар күрә. Был хаҡта әлеге Сәнәғәт буйынса координация советында ил Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Денис Мантуров та белдерҙе.

– Был саралар араһында таможня яғынан “йәшел коридор” ҙа бар, йәғни таможня түләү­ҙәре байтаҡҡа кәметелә, ә критик импорт – сит илдәрҙән алынған мөһим компоненттар – буйынса был түләү бөтөнләй алынмаҫҡа ла мөмкин, – тине ул. – Шулай уҡ төп экспор­терҙарға логистика буйынса ярҙам дауам ите­ләсәк. Бөтә был механизмдар үҙ ваҡы­тында булдырылды һәм хәҙер һөҙөмтәләрен күрә алабыҙ.

Вице-премьер белдереүенсә, былтырғы йылдың яҡынса йомғаҡтарына ҡарағанда, Рәсәйҙең экспорт һәм импорт күләме алдағы йыл кимәлендә ҡалған. Тимәк, Көнбайыш иғлан иткән санкциялар үҙ теләктәренә ирешә алмаған. Дөрөҫ, икенсе квартал башында импорт күләме ҡырҡа кәмеп ҡалған һәм был экспорт-импорт операцияларын күпмелер дәрәжәлә тотороҡһоҙландырған. Әммә артабан илебеҙ иҡтисадының тырышлығы менән ул тигеҙләнгән һәм импорттың кәмеүе биш проценттан да артмай. “Уныһы ла аҡрынлап тигеҙләнә бара”, – ти Денис Мантуров.

Экспортерҙар тауар ағымын дуҫ булмаған илдәрҙән дуҫ дәүләттәргә күсереүен дауам итә: Көнбайыштан – Көнсығышҡа, Африка, Азия һәм Латин Америкаһы тарафтарына. Импорт буйынса ла шул уҡ хәл күҙәтелә.

– Илебеҙ иҡтисади тотороҡлана барыуын дауам итһен, предприятиелар технологик суверенитетҡа эйә була барһын өсөн барлыҡ саралар ҙа күрелә, – ти вице-премьер.

 

Йыл һайын яңы мөмкинлектәр тыуа

 

Сәнәғәт буйынса координация советы кәңәшмәһенән һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән осрашҡанда былай тине:

– Беҙ бөтә ярҙам сараларынан, Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы билдәләгән барлыҡ ярҙам институттарынан файҙа­ла­набыҙ, һәм улар буйынса әүҙем эшләйбеҙ. Был тәңгәлдә, Денис Валентинович, һеҙҙең командаға ҙур рәхмәт, сөнки уларҙың ты­рышлығы менән йыл һайын яңы мөмкинлектәр һәм проекттар тыуып тора. Миңә ҡалһа, беҙ ошо йүнәлештәрҙә эшләргә өйрәндек шикелле, һис шикһеҙ, киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ тырышлыҡ һалырға һәм эш күләмен арттырырға кәрәк буласаҡ.

 

Белем менән етештереү ғәмәленең ҡушылыуы һоҡландыра

 

Рәсәйҙең 50-нән ашыу төбәге вәкилдәре ошо сарала ултырыштарҙа ҡатнашып ҡына ҡалманы, ә Өфө предприятиеларының эше менән дә танышты. Улар унда етештереү процестарын һәм һәр предприятиеның проекттарын ҡараны, заводтар һәм индустриаль парктарҙың идарасы компаниялары етәксе­ләре менән аралашты.

Ҡунаҡтарҙы ҡабул иткән предприятиелар иҫәбендә – “Сәнәғәт үҙәге” индустриаль паркы һәм Авиация технологиялары технопаркы, Өфө районы Зубов ауылындағы пластик торбалар заводы, Өфө трансформатор заводы һәм “ОДК-УМПО” берекмәһенең уҡытыу майҙансыҡтары.

– Координация советын Башҡортостанда үткәреүҙәренә ҙур рәхмәт. Төбәк-ара бәйләнештәр булдырыу һәм киңәйтеү өсөн был бик һәйбәт мөмкинлек, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. – Төбәктәр быйыл уртаҡ мөһим бурыс менән йөҙгә-йөҙ осрашты, ул илдең иҡтисади бойондороҡ­һоҙ­лоғон булдырыуға ҡайтып ҡала. Координация советы сиктәрендә кооперация бәйлә­неш­тәренең киңәйеүе генә түгел, ә башҡа мөһим бурыстарҙың да хәл ителеренә ышанам.

Башҡортостандың сәнәғәт ҡеүәте менән танышыу “Ростех” Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһына ингән Өфө моторҙар етештереү берекмәһенән башланды. Төбәктәрҙән килгән предприятиелар етәкселәре унда тармаҡ өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләү барышын ҡараны. Бындағы етештереү-уҡытыу үҙәге моторҙар эшләү һәм “Ростех”тың башҡа предприятиелары өсөн иң кәрәкле һөнәрҙәр буйынса белгестәр әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Уҡытыу алты модель буйынса бара һәм уларҙың иң мөһиме – мультиквалификация, йәғни белгесте бер юлы бер нисә һөнәргә өйрәтеү. Уҡыу барышының 30 процентын теория, ҡалған 70-ен ғәмәли эш алып тора. Әлеге ваҡытта етештереү-уҡытыу үҙәгендә 1275 кеше шөғөлләнә икән. Үҙәктә 220 берәмек заманса ҡорамал бар, 14 лаборатория эшләй.

– Уҡытыу барышы менән етештереүҙең бер симбиозды тәшкил итеүе һоҡландыра, әлбиттә. Беҙ алмас ҡоралдар, рентген техникаһы, тамсылы продукция етештерәбеҙ һәм электроника сәнәғәтен аяҡҡа баҫтырырға хыялланабыҙ. Бының өсөн тәү сиратта кеше капиталы кәрәк. Быға асыҡ миҫалды һеҙҙә күрҙек, – ти Ҡабарҙа-Балҡар Республи­каһының сәнәғәт, энергетика һәм сауҙа министры Шамил Ахубеков.

 

Йәйгә табан хәл төҙәтелде

 

– Беҙҙең барлыҡ резиденттар ҙа үткән яҙ санкциялар арҡаһында ауыр хәлгә тарыны, Көнбайыштан тауар ебәреүҙе туҡтаттылар, әммә улар барыһы ла был хәлгә тиҙ яраҡлаша алды, йәйгә табан яңы хеҙмәттәштәр табылды, – ти “ПромЦентр” индустриаль паркы директоры Павел Васильев.

Был парктың майҙаны быға саҡлы 73 мең квадрат метр тәшкил итә ине, күптән түгел унда бөтә тейешле инфраструктураһы булған 10,5 мең квадрат метр майҙанлы тағы бер предприятие ҡушылды. Яңы ҡеүәттәр юғары етештереүсәнле 50 эш урыны булдырыу мөмкинлеге бирә.

– Миндә һеҙҙең каучук брикеттары йыйыу өсөн етештереү линияһы ойоштороуығыҙ ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, – ти Красноярск крайының сәнәғәт, энергетика һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Василий Чернов. – Беҙҙең крайҙа ла каучук заводы бар, унда каучукты ҡул менән йыялар. Әле һеҙҙә ҡараным да, ҡайтҡас, үҙебеҙҙең ҡалала тәҡдим итергә уйлайым. Моғайын, һеҙҙең белгестәр менән бәйләнешкә инергә тура килер. Бер юлы бер нисә етештереү ҡеүәттәрен файҙаланыу өсөн ҙурыраҡ майҙанды биләү күп урында күҙаллана. Башҡортостан был йәһәттән дә өлгөр булып сыҡты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә Себер халҡы яйыраҡ ҡуҙғалыусан шул. Шулай ҙа был йүнәлештә эш алып барабыҙ, һеҙҙең кеүек уңғандарҙан өйрәнергә тырышабыҙ.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН 

Читайте нас: