Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Февраль 2023, 10:00

"Эсвит"кә түлә лә... планшет ал!

Ә был сарала ҡатнашыу өсөн мотлаҡ шарт бар ине...

"Эсвит"кә түлә лә... планшет ал!
"Эсвит"кә түлә лә... планшет ал!

Был конкурс былтыр декабрҙә иғлан ителгәйне. Өфөлә электр энергияһы өсөн ваҡытында түләп барғандарға планшеттар бүләк иттеләр. Өҫтәүенә 2023 йылдың беренсе айы өсөн тағы мең һум аванс аҡса индереү шарт ине. Һәм быны 10 ғинуарға тиклем атҡарырға кәрәк булған.

Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла һандар бүлеп бирелгән. Осраҡлы һандар генераторы менән өс еңеүсе һайлап алынған. Бүләктәр тапшырылған көндө кескәйҙәрҙе лә бүләкләгәндәр.

Фото: ru.dreamstime.com

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: