Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты. Көн тәртибендә – 2022 йылға эш йомғаҡтары һәм 2023 йылға бурыстар.
Үҙ сығышында төбәк етәксеһе министрлыҡ эшенең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы һәм уның коллективының Башҡортостандың тотороҡло үҫешенә ҙур өлөш индереүен билдәләне.
– Республика еңел булмаған 2022 йылды лайыҡлы үтте. Беҙ иҡтисадтың ҡыҫҡарыуына юл ҡуйманыҡ, бөтә социаль йөкләмәләрҙе үтәнек. Планлаштырылған күләмле проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла, – тине Радий Хәбиров. – Былтыр төбәктең тупланма бюджеты килеме 14,2 процентҡа артты. Һеҙҙең министрлыҡ бюджетҡа 13,5 миллиард һум аҡса инеүен тәьмин итте, был 2021 йылға ҡарағанда 8,3 миллиард һумға күберәк. Был бик яҡшы һөҙөмтә.
Башҡортостан Башлығы үҙенең 2022 йылдың декабрендәге республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә ауыл хужалығы ерҙәренә инвентаризация үткәреү һәм файҙаланылмаған һөрөнтө ерҙәрҙе әйләнешкә индереү бурысы ҡуйыуын иҫкә төшөрҙө.
– Һис шикһеҙ, бының өсөн саралар комплексы кәрәк. Ләкин һеҙҙең министрлыҡ был эште координацияларға тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Республикала әле 165 мең гектар самаһы файҙаланылмаған ер бар. Һәр гектар республикаға эшләргә тейеш.
2020 йылда дәүләт милке аныҡланмаған ер участкаларын биреү буйынса республикаға урындағы үҙидара органдарының вәкәләттәрен тапшырыу тураһында закон ҡабул итеү милек мөнәсәбәттәрен үҫтереүҙең мөһим этабы булды.
– Тормош бының дөрөҫ ҡарар булыуын раҫланы. Элек был ер башлыса һөҙөмтәһеҙ файҙаланыла ине, – тине Радий Хәбиров. – Ә былтыр бындай участкаларҙы ҡуртымға биреүҙән һәм һатыуҙан 4,2 миллиард һумлап аҡса алдыҡ. Был эште дауам итергә кәрәк.
Төбәк етәксеһе Башҡортостан Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Росреестрҙың төбәк идаралығы, кадастр палатаһы, муниципалитеттар менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеүен билдәләне. Шуға күрә 2022 йылға республикала бөтә ер участкаларының кадастр баһаһын тамамланылар.
Перспективалы бурыстар иҫәбендә Радий Хәбиров дәүләт активтары менән оҫта идара итеүҙе, һанлы хеҙмәттәрҙе һәм сервистарҙы үҫтереүҙе, шулай уҡ торлаҡ төҙөлөшө өсөн участкаларҙы тиҙ арала биҙәүҙе һәм ҙур инвестиция проекттарын билдәләне.
– Уҙған йылда Башҡортостанда рекордлы 3 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Әммә беҙгә ҡалаларҙы үҫтереү өсөн яңы майҙансыҡтар тураһында уйларға кәрәк. 2030 йылға йыл һайын 4 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерергә тейешбеҙ. Ер төп мәсьәлә булып тора, – тине Радий Хәбиров. – Бынан тыш, “Алға” махсус иҡтисади зонаһының инфраструктураһын һәм яңы участкаларын, шулай уҡ Ағиҙел ҡалаһында перспективалы порт зонаһы өсөн майҙансыҡтар булдырыу буйынса һөҙөмтәле эш кәрәк.
Башҡортостан Башлығы шифахана-курорт учреждениелары эшмәкәрлегенә айырым туҡталды.
– Был – республикабыҙ ҡаҙанышы. Шифаханаларҙың матди базаһы тиҫтә йылдар дауамында булдырылған. Уларҙың күбеһе һөҙөмтәле эшләй, ләкин беҙ уларҙы артабан үҫтереү буйынса идаралыҡ ҡарарҙарын көтәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Хәҙерге шарттарҙа шифаханаларыбыҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялау буйынса мөһим бурысты үтәй. Һәм беҙ шифаханаларҙың эшен камиллаштырырға, уларҙың матди базаһын нығытырға тейешбеҙ.
Төбәк етәксеһе шифахана-курорт учреждениеларын үҫтереү мәсьәләләре буйынса айырым кәңәшмә уҙғарырға ҡушты.
– Беҙҙең конкуренттар бер урында ултырмай, төбәктәрҙә реабилитациялау өсөн яңы майҙансыҡтар барлыҡҡа килә. Шуға күрә был йәһәттән әүҙемерәк булырға кәрәк. Был – иҡтисадтың ҙур секторы, - тине Радий Хәбиров.
Сығыш аҙағында Башҡортостан Башлығы республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы коллективына социаль йөкләмәләрҙе үтәгән өсөн рәхмәт белдерҙе. Бында халыҡтың льготалы категорияларын – күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе ер участкалары һәм аҡсалата субсидиялар менән тәьмин итеү тураһында һүҙ бара.
– Былтыр республикала 1 430 сертификат тапшырҙылар – 2021 йылға ҡарағанда 3,5 тапҡырға күберәк. Был бик яҡшы һөҙөмтә. Бындай ярҙамды дауам итергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Дөйөм алғанда, министрлыҡта бик эшлекле команда барлыҡҡа килде. Башҡа ведомстволар, федераль структуралар менән үҙ-ара һөҙөмтәле мөнәсәбәттәрегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. 2023 йыл ябай булмаясаҡ. Һеҙҙең профессионализмға һәм эшкә яуаплы ҡарашығыҙға иҫәп тотам.
Төбәкте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Башлығы министрлыҡ хеҙмәткәрҙәренә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Ведомство етәксеһе Наталья Полянская коллегия ултырышында Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының эш йомғаҡтары тураһында ентекле һөйләне. Ул коллектив эшмәкәрлегенең төп күрһәткестәрен билдәләне һәм власть органдары, муниципалитеттар менән үҙ-ара килешеп эш итеүе тураһында әйтте.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.