Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Февраль 2023, 18:30

Предприятиелар менән уҡыу йорттары берлектә эшләй

Үҙ-ара бәйләнеште нығытыу - артабанғы маҡсат.

Предприятиелар менән уҡыу йорттары берлектә эшләй
Предприятиелар менән уҡыу йорттары берлектә эшләй

Бөгөн “Торатау” конгресс-холында производствоның юғары технологиялы тармағында фәнни берләшмә, сәнәғәт предприятиелары һәм төбәктең үҫеш институттарының үҙ-ара бәйләнешен нығытыу мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үтте.

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - Республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар буйынса министры Александр Шельдяев кәңәшмәне асып, Башҡортостандың илебеҙҙә иң уңышлы инновацион төбәктәренең береһе булыуын билдәләне. Әйтергә кәрәк, Башҡортостан иҡтисадтың әйҙәүсе тармаҡтарында – авиатөҙөлөштә, машиналар төҙөүҙә, энергетикала алдынғы урындарҙы биләй. Республикала 450-нән ашыу предприятие производствоға заманса технологиялар индереп, инновация эшмәкәрлеген алып бара. Евразия фәнни-белем биреү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, былтыр төрлө өлкәләр буйынса уйлап табыуҙарға 351 патент бирелгән.

Әлеге көндә республикала 9 миллиардтан ашыу һумлыҡ фәнни-технологик проекттар тормошҡа ашырыла. Улар түбәндәге йүнәлештәр буйынса башҡарыла: авиация өсөн яңы быуын электр машиналары, авиакосмос техникаһы өсөн һанлы производство технологиялары, нефть-газ химияһы һәм яғыулыҡ-энергетика комплексы өсөн яңы реагенттар һәм каталитик системалар булдырыу һәм башҡа йүнәлештәр.

Шулай уҡ кәңәшмәлә сәнәғәткә дәүләт ярҙамы тураһында ла әйтелде.

Бөгөнгө заманда юғары технологиялы производство үҫеше көнүҙәк булып ҡала. Был йәһәттән әлеге ваҡытта “РВ-1” радиоэлектрон технопаркы” булдырыу буйынса эш алып барылыуын билдәләү мөһим. Өфөлә урынлашасаҡ технопаркың производство бинаһы майҙаны 10 мең квадрат метрҙан артып китә. Радиоэлектрон технопарк проектын тормошҡа ашырыу пилотһыҙ авиация һәм радиоэлектроника өлкәһендә Башҡортостандың компетенцияларын үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Шулай уҡ кәңәшмәлә төрлө предприятие, уҡыу йорттарынан да байтаҡ вәкилдәр ҡатнашты. Уларҙың сығыштарында республика сәнәғәте үҫешендә юғары уҡыу йорттарының потенциалы, санкция баҫымы шарттарында предприятиеларҙың технология үҫеше үҙенсәлектәре һәм башҡа бик күп һорауҙар күтәрелде.

Автор фотолары.

Предприятиелар менән уҡыу йорттары берлектә эшләй
Предприятиелар менән уҡыу йорттары берлектә эшләй
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: