Былтырғы йыл тамамланыр алдынан ғына Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы Башҡортостанда ойошторолған агросәнәғәт кластерын федераль реестрға индерҙе. Уның составына Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһендәге 10 предприятие, шулай уҡ белем биреү һәм технологик инфраструктураға ҡараған дүрт ойошма инә.
Был ваҡиға беҙҙең республиканың ғына түгел, ә бөтә Рәсәйҙең аграр тармағы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки ул – илдәге тәүге ошондай кластер. Уның эшмәкәрлеге етештереүселәргә лә, ауыл хужалығы продукцияһын ҡулланыусыларға ла отошло буласаҡ.
– Агрокластер фермерҙан алып кибеткә тиклемге бөтә звеноларҙы бер сылбырға тоташтырыу мөмкинлеген бирә, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Аҙыҡ эшкәртеү предприятиелары кластерҙың башҡа ағзалары етештергән сеймал, материалдар, комплектлаусы әйберҙәр иҫәбенә импортҡа буйһоноуҙан ҡотола барасаҡ. Етештереүселәргә федераль субсидиялар һәм ташламалы кредиттар алыу хоҡуғы биреләсәк, ә төбәк кимәлендә беҙ инвестиция проекттарын өҫтөнлөклө булғандар иҫәбенә индерәсәкбеҙ һәм уның тормошҡа ашырылыуын бөтә этаптарҙа күҙәтә аласаҡбыҙ.
Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, агрокластерҙың төп маҡсаты – министрлыҡтың кластерҙар программаһына ярашлы, илебеҙҙе әле сит илдәрҙән һатып алынған продукция менән тәьмин итә аласаҡ етештереү ҡеүәттәрен эшләтеп ебәреү. Кластерҙа ҡатнашҡан һәм импортты алмаштырыу проекттарын тормошҡа ашырырға йыйынған барлыҡ предприятиелар ҙа быйыл уҡ федераль ярҙамға иҫәп тота ала.
– Кластер аҙыҡ эшкәртеү предприятиеларына импортҡа алынған комплектлаусы әйберҙәргә бойондороҡло булыуын кәметә алһын өсөн шарттар тыуҙырасаҡ. Беренсенән, һүҙ яңы етештереү майҙансыҡтары булдырыу тураһында бара. Икенсенән, етештереү сылбырына эшкәртеүҙең төрлө этаптарында ҡулланылған сеймал һәм материалдарҙы индереп ебәреү ҙә еңел түгел, һәм был процестарҙы тормошҡа ашырыуҙа предприятиеларға ярҙам кәрәк, – ти Алексей Гусев.
Кластерҙың эш йоғонтололоғона бөгөн үк баһа бирергә мөмкин. Мәҫәлән, әле унда ағза булып ингән предприятиелар 2021 йылда 25 миллиард һум самаһы продукция етештергән. Улар өс меңдән ашыу хеҙмәт урыны булдырған. Кластерҙа ҡатнашҡандар аграр продукцияның киң спектрын етештерә: иген культуралары, шәкәр, ҡатнаш аҙыҡ, ил ризыҡтары һәм ярымфабрикаттар. Кластер предприятиелары араһындағы кооперация кимәле аралашсы предприятиелар өсөн – 72, тулыһынса әҙер продукция етештереүселәр өсөн 92 процент тәшкил итә.
Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн түбәндәге проекттар тормошҡа ашырыла башлаған: инвестиция күләме 25 миллиард һум булған агропарк, күмәртәләп таратыу үҙәге (һигеҙ миллиард һум), логистика үҙәге (1,1 миллиард һум), транспорт-логистика үҙәге (дүрт миллиард һум) һәм ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү һәм һаҡлау үҙәге (2,6 миллиард һум).
2026 йылға агросәнәғәт кластерында ҡатнашҡан предприятиеларҙың оҙатҡан тауар күләмен 30 процентҡа арттырыу күҙаллана.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН