

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, былтыр ошо сервисты үҫтереү маҡсатында 129 яңы объект сафҡа индерелгән. Инвестицияның дөйөм күләме 1,8 миллиард һум тәшкил итә. Бынан тыш, 164 объектты яңыртыу 301 миллион һумға төшкән.
Был йүнәлештәге эш һөҙөмтәләре тураһында республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев сығыш яһаны. Уның телмәренән билдәле булыуынса, былтыр Иглин, Өфө, Ауырғазы, Мәләүез, Туймазы, Благовар, Ғафури райондарында байтаҡ ҡына юл буйы сервисы объекттары төҙөлгән.
Кәңәшмәне йомғаҡлап, Премьер-министр 2023 йылда ла Юл буйы сервисын үҫтереү концепцияһында билдәләнгән объекттарҙың сафҡа индерелеүен тәьмин итергә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.