Башҡортостанда “Нерал-Продукт” дистрибуция-логистика компанияһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты буйынса пилот проекттары сараларын тамамланы.
Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, һаҡсыл технологиялар индереү һөҙөмтәһендә предприятие эшкәртелгән һәм оҙатылған тауарҙың тәүлек күләмен арттырыуға өлгәшкән.
“Предприятиела тауарҙы ҡоро һәм һалҡын келәттә күсереү процесын уңайлаштырғандар. Был юлды һайлауға табыштың кәмеүе һәм складтағы тауарҙы һыҙып ташлау этәргес көс булған. Һөҙөмтәлә предприятие, алты ай йомғаҡтарына ярашлы, пилот участкаһында етештереүсәнлекте 20 процентҡа арттыра алған: хәҙер эшселәр 377 килограмм тауарҙы эшкәртә, проектҡа хәтлем был күрһәткес 303,8 килограмға тигеҙ ине”, – ти республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.