Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Февраль 2023, 20:10

Өфө иң күп төҙөгән ҡалалар иҫәбендә

Башҡортостандың баш ҡалаһы Волга буйы федераль округында күп фатирлы йорттар төҙөү күләме буйынса тәүге биш ҡала иҫәбенә инә.

Өфө иң күп төҙөгән ҡалалар иҫәбендә
Өфө иң күп төҙөгән ҡалалар иҫәбендә

Башҡортостандың баш ҡалаһы Волга буйы федераль округында күп фатирлы йорттар төҙөү күләме буйынса тәүге биш ҡала иҫәбенә инә.

Былтыр Волга буйы федераль округында дөйөм майҙаны 12 миллион квадрат метр булған 83 меңгә яҡын индивидуаль торлаҡ йорт төҙөлгән. Шуның ике миллион квадрат метр самаһындағы майҙаны Башҡортостанға тура килә.

“Торлаҡ төҙөлөшө буйынса өлгәшелгән темп федераль программаларҙа ҡатнашыу, дәүләттең төҙөлөш тармағына ярҙамы, шулай уҡ ташламалы ипотека кредитын үҫтереү һөҙөмтәһендә мөмкин булды”, – ти республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Ташламалы ипотека программаларын ҡабул итеү шәхси торлаҡ йорттар төҙөүгә ихтыяжды үҫтерҙе. Былтырғы йыл йомғаҡтарына ярашлы, ошондай йорттар төҙөүгә ипотека биреү илебеҙҙә өс апҡырға артҡан.

Фото: “Башинформ” сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: