Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Февраль 2023, 17:45

Иҡтисади күрһәткестәр ҡыуандыра

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге кәңәшмәлә инвестиция үҫеше мәсьәләләре тикшерелде.

Иҡтисади күрһәткестәр ҡыуандыра
Иҡтисади күрһәткестәр ҡыуандыра

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, былтырғы йыл иҡтисадтың төп тармаҡтары өсөн ыңғай һөҙөмтәләр менән тамамланған. 2022 йылдың туғыҙ айында төбәк иҡтисадына капитал һалыуҙар 277,7 миллиард һум тәшкил иткән, ул алдағы йыл менән сағыштырғанда 33,7 миллиард һумға күберәк. Сәнәғәт етештереүе индексы былтырғы икенсе квартал йомғаҡтары буйынса 102,3 процент тәшкил итә.

“Былтырғы йыл йомғаҡтарына ярашлы, өс миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлгән. Төҙөлөштә етештереү күләме 21 процентҡа артҡан. Икенсе төрлө әйткәндә, ҡатмарлы геосәйәси хәлгә ҡарамай, республика йылды һәйбәт күрһәткестәр менән тамамланы”, – тине Андрей Назаров.

Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, республикала инвестиция эшмәкәрлеге өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Шуға күрә Башҡортостан Рәсәй Инвестиция мөхитенең милли рейтингында тәүге биш төбәк иҫәбенә инә.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: