Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Февраль 2023, 20:30

Өс йыл рәттән һынауҙар булһа ла...

Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының коллегия ултырышында әйтелеүенсә...

Өс йыл рәттән һынауҙар булһа ла...
Өс йыл рәттән һынауҙар булһа ла...

Бөгөн Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының коллегия ултырышы булды. Унда үткән йылға һөҙөмтәләр яһалды. Һүҙ шулай уҡ социаль йәһәттән әһәмиәтле тауарҙарға хаҡтар тураһында булды.

Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев рәйеслегендәге кәңәшмәлә социаль йәһәттән әһәмиәтле тауарҙарға хаҡтар тураһында барҙы һәм “Аиф”, “Байрам”, “Полушка”, “Йәрминкә” сауҙа үҙәктәре менән бындай тауарҙарға хаҡтарҙы 15 процентҡа сикләү тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылды. Сарала Алексей Гусев үткән йылдарҙың еңел булмауы, пандемия, унан һуң санкцияларҙың барлыҡҡа килеүе, шуға ҡарамаҫтан, тармаҡтың алға барышы тураһында һөйләне. Инфляция кимәленә килгәндә, былтыр республика 55-се баҫҡыстан 20-сегә күтәрелгән. Былтырғы 11 ай күрһәткестәренә ҡарағанда, күмәртәләп сауҙа әйләнеше 40 миллиард һумға артҡан һәм 1,18 триллион һум тәшкил иткән. Көнкүреш хеҙмәттәрен күрһәтеү буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә – етенсе, Волга буйы федераль округында икенсе урынға сыҡҡан (37,1 миллиард һум).

Пандемия менән бәйле сикләүҙәрҙең алыныуы йәмәғәтселек туҡланыуы килеменә лә ыңғай йоғонто яһаған һәм ул 28,2 миллиард һум тәшкил иткән.

Былтыр республикала күмәртәләп аҙыҡ-түлек баҙарын ойоштороу буйынса беренсе “пилот” проекты булған. Бының өсөн Өфөнән 30 километр алыҫлыҡтағы, М-7, М-5, Р-239 федераль трассалары киҫелеше эргәһендәге  участка һайлап алынған. Объект буйынса смета документтары әҙер, ҡуртымға алыусылар – федераль һәм республиканың күмәртәләп сауҙа селтәрҙәре, урындағы коллектив (фермер) хужалыҡтар, аҙыҡ-түлек етештереүселәр билдәләнгән.

Былтыр шулай уҡ республикала, илдә беренселәрҙән булып, агросәнәғәт кластеры барлыҡҡа килгән. Уға Волга буйы федераль округына ҡараған  етештереү сәнәғәтенең 10 предприятиеһы йәлеп ителгән.

Автор фотоһы.

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас