“Башҡортостан аҙыҡ-түлектәре” проекты дипломанттары күрше төбәктәр баҙарҙарын да яулай. Был төбәк-ара иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға булышлыҡ итә.
Бөгөн проектта ҡатнашҡан 148 субъект үҙ продукцияһын Рәсәй төбәктәренә ташый. Уларҙың тауарҙары Рәсәй Федерацияһының барлыҡ субъекттарында тәҡдим ителгән.
“Башҡортостан аҙыҡ-түлектәре” проекты дипломанттары башҡа төбәктәр баҙарҙарын киңәйтә.
- “Башҡортостан аҙыҡ-түлектәре” проекты төбәк һәм Рәсәй баҙарында республика предприятиелары продукцияһын тәҡдим итә. Һөҙөмтәлә сауҙа географияһын киңәйтергә, етештереү күләмен арттырырға, һатып алыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын урындағы тауарҙарға йүнәлтергә булышлыҡ итә, - тип хәбәр итте үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башҡортостан аҙыҡ-түлектәре” рубрикаһын асҡанда.
Шулай итеп, “Башҡорт колбасалары” һәм “Ит гастрономы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре Екатеринбург ҡалаһында үҙенең беренсе сауҙа нөктәһен асты. Хәҙер Свердловск өлкәһендә йәшәүселәр башҡорт етештереүселәре продукцияһын баһалай ала.
- Свердловск баҙарына сығыу тураһындағы ҡарарҙы ҡабул иткәнгә тиклем етештереүселәр үҙҙәренең туған Сибай ҡалаһында хеҙмәттәшлек итте, бергәләп “Башҡорт колбасалары” ит комбинаты” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте магазиндарында продукция һатты, ҡалала йәшәүселәрҙе колбаса продукцияһы һәм ит ярымфабрикаттары менән тәьмин итте. Артабан үҫеш теләге компанияға күрше төбәк баш ҡалаһы үҙәгендә яңы нөктә асыуға килтерҙе, - тине республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.