Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Февраль 2023, 20:20

Электромобилдәр танылыу яулай

Уларҙы файҙаланыу өсөн шарттар ҙа киңәйә.

Электромобилдәр танылыу яулай
Электромобилдәр танылыу яулай

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә электр транспорты үҫешенә арналған яҙмаһы менән уртаҡлашты:

- Бөгөн электромобиль – байлыҡ түгел, ә хәрәкәт итеү сараһы, һәм ул илдең күп төбәктәрендә танылыу ала бара. Электромобилдәр паркы ла республикала үҫешә, бөгөн уларҙың һаны 400-ҙән артып китә. 2023 йыл башына беҙҙә электр автомобиле өсөн 21 заряд станцияһы эшләй. Уларҙың 16-һы Өфөлә, берәүһе Булгаковола, икәүһе Нефтекамала һәм берәр Бишбүләк һәм Шишмә райондарында.

2023 йылда тағы ла  50 миллион һумға  тиерлек 18 заряд станцияларын төҙөүҙе субсидиялауҙы планлаштырабыҙ, был - федераль аҡсалар. 2024 йылда тағы ла 50 станция төҙөргә ярҙам итәсәкбеҙ, бында  республика аҡсалары ла өҫтәлә. Субсидияның дөйөм күләме 138 миллион һумдан артып китәсәк. Субсидияның бер өлөшөн инвестор заряд станциялары өсөн ҡорамалдарға йүнәлтә ала, бер өлөшөн  - электр селтәрҙәрен технологик тоташтырыуға.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Белоусов рәйеслегендәге кәңәшмәлә ҡатнаштым. Коллегалар менән Рәсәйҙә электр транспорты үҫеше буйынса стратегия башланғыстарын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләштек. Ул өс этаптан тора:

-Инфраструктураны үҫтереү һәм регуляр база булдырыу. Был хәүефте кәметә һәм ҡулланыусы өсөн  автомобилде  файҙаланыуҙы уңайлы итә.

-  Ихтыяжды арттырыу, производство ҡеүәттәрен күтәреү.
- Төбәктәрҙә производствоны сикләү.
Башҡортостандан тикшереү  өсөн стратегия комитетына  тәҡдимдәр индерҙем:

- Файҙаланыу этабында уҡ электр заправкалау станциялары инвестор-операторҙары өсөн ҡулланылған электр энергияһын түләүгә айырым тарификация индерергә.

- Үҙебеҙҙең илдең электрокар һәм электр станциялары өсөн комплекттар етештереүселәренә субсидиялар бирергә.

 -Эшләп килгән автомобиль заправкалау станциялары инфрастуктураһын ҡулланыу – был майҙансыҡтарҙа электр зарядкалау станцияларын ҡуйыу.


Электромобилдәр таныла барыр тип ышанам. Тимәк, заряд инфрастуктураһы ла әүҙем үҫәсәк.

Фото: Андрей Назаров сәхифәһенән.

 

Электромобилдәр танылыу яулай
Электромобилдәр танылыу яулай
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: