Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Февраль 2023, 16:45

Тауарҙарға хаҡты “теҙгенләйәсәктәр”

Был йәһәттән ниндәй документҡа ҡул ҡуйылды?

Тауарҙарға хаҡты “теҙгенләйәсәктәр”
Тауарҙарға хаҡты “теҙгенләйәсәктәр”

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының былтырғы йылға йомғаҡ яһау буйынса коллегияһы булды. Был сарала социаль әһәмиәтле тауарҙарҙың айырым төрҙәренә 15 проценттан артмаған хаҡты тотороҡландырыу буйынса меморандумға ҡул ҡуйылды.

 –  Был – хаҡтарҙы тотороҡландырыуға йүнәлтелгән мөһим сара. Ул - халыҡтың социаль йәһәттән әһәмиәтле тауарҙарҙы һатып алыуын тәьмин итерлек механизмдарҙың береһе, - тине республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Документҡа ярашлы, меморандум ғәмәлдә саҡта сауҙаны ойошторғанда социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлек тауарҙарына 15 проценттан артмаған хаҡ өҫтәүҙе бурыс итеп ҡуя.

Был осраҡта 2023 йылдың 20  февраленә берәмләп һатыуҙа өҫтәлгән хаҡ 15 проценттан артһа, сауҙа ойошмаһына берәмләп сауҙа итеү хаҡын 15 проценттан артмаған кимәлгә еткереү талап ителә. Был меморандум акцияларҙа һәм башҡа лояллек программаларында ҡатнашҡан аҙыҡ-түлеккә ҡағылмай.

- Быйыл меморандумдың ғәмәлдә булыуын оҙайттыҡ һәм хаҡ өҫтәлеүҙе сикләүҙе дауам итәбеҙ. Һис шикһеҙ, етештереүселәр менән бергә эшләргә кәрәк. Бер сауҙа ғына хаҡты “теҙгендә" тота алмай. Һәр осраҡта етештереүселәр был социаль йәһәттән әһәмиәтле тауарҙарға хаҡты тотороҡландырыу мөмкинлеген тапһын, - тип белдерҙе “Байрам” сауҙа селтәре идарасыһы Павел Антипин.

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, былтыр төбәктәге һәм федераль сауҙа нөктәләрендәге социаль йәһәттән әһәмиәтле тауарҙарға хаҡ өҫтәүҙе сикләү буйынса меморандумға ҡул ҡуйылған. Ул йыл буйы ғәмәлдә булған.

Фото: Валерий Шахов.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: