Иҡтисад
9 Февраль 2023, 09:35

Яңы техниканы Әбйәлил, Белорет, Бөрйән, Учалы, Баймаҡ һәм башҡа райондар алды

Бөгөн Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенә 15 дана махсус юл техникаһы асҡыстарын тапшырыу тантанаһы булды.

Яңы техниканы Әбйәлил, Белорет, Бөрйән, Учалы, Баймаҡ һәм башҡа райондар алдыЯңы техниканы Әбйәлил, Белорет, Бөрйән, Учалы, Баймаҡ һәм башҡа райондар алды
Яңы техниканы Әбйәлил, Белорет, Бөрйән, Учалы, Баймаҡ һәм башҡа райондар алды

Яңы фронталь тейәгестәр, автогрейдерҙар һәм “КамАЗ” базаһындағы юл машиналары Әбйәлил, Белорет, Бөрйән, Учалы, Баймаҡ, Благовещен һәм Тәтешле райондарындағы юл ремонтлау-төҙөү идаралыҡтарына ебәрелә.

Тантаналы сарала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Николай Хорошилов, республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов, юл хужалығы идаралығы етәксеһе Артем Шамхалов һәм башҡалар ҡатнашты.

“Беҙ көсөбөҙҙө даими арттыра барабыҙ. Әле беҙҙең автопаркта өс меңдән ашыу юл машинаһы бар. Былтыр 56 берәмек техника алғайныҡ. Быйылға ла пландарыбыҙ ҙур”, – тине “Башкиравтодор” йәмғиәтенең генераль директоры Илдар Юланов.

Фото: “Башинформ” сайтынан.   

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас