Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Февраль 2023, 16:30

Электрон сауҙа майҙансыҡтары менән хеҙмәттәшлек үҫә

Ошо мәсьәлә буйынса йүнселдәрҙе уҡыталар

Электрон сауҙа майҙансыҡтары менән хеҙмәттәшлек үҫә
Электрон сауҙа майҙансыҡтары менән хеҙмәттәшлек үҫә

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты 2022 йылдың икенсе яртыһында алты электрон сауҙа майҙансығы менән үҙ-ара эш итеү тураһында килешеү төҙөнө. Был майҙансыҡтарҙа һатып алыуҙарҙа ҡатнашыуға ғариза бирәләр. Килешеүҙәр тәүге тапҡыр дәүләт комитеты башланғысы менән төҙөлдө. Берлектә уҡытыу семинарҙары, кәңәшмәләр һәм конференциялар үткәреү, методологик һәм мәғлүмәти яҡтан үҙ-ара эш итеү һәм электрон сауҙа майҙансыҡтары ғәмәлдәрен үҫтереү йәһәтенән хеҙмәттәшлек итеү ҡарала.

– Дәүләт комитеты менән электрон сауҙа майҙансыҡтары араһында үҙ-ара эшмәкәрлек һатып алыуҙарҙы урынлаштырыу мәсьәләһен йылдам хәл итергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ билдәле спикерҙарҙы республикала сығыш яһауға йәлеп итергә, һанлы тәртиптә үҙ-ара эш итеү мәсьәләләрен көйләргә булышлыҡ итә, – тине Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова.

Атап әйткәндә, “Росэлторг”, “Сбербанк-АСТ” акционерҙар йәмғиәте, “Регион”, ГПБ, “РАД”, “РТС-тендер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең сауҙа майҙансыҡтары менән килешеү төҙөлгән. Уның нигеҙендә дәүләт комитеты “Регион” электрон сауҙа майҙансығы менән берлектә 16 февралдә иртәнге сәғәт 11-ҙә “Ҡулай һатып алыуҙы тапмайһығыҙмы? Тәьминәтсенең йыш осрай торған хаталары. Һатып алыуҙа ҡатнашыуға ғаризағыҙҙы ҡабул итмәйҙәрме? Сәбәптәрен асыҡлайбыҙ” тигән темаға вебинар үткәрә. Ул әлегә тиклем һатып алыуҙарҙа ҡатнашмаған йүнселдәрҙе уҡытыуға йүнәлтелә.

Фото: pravitelstvorb.ru

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: