Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Февраль 2023, 20:10

Газ да, һыу ҙа, ут та булһын

Былтыр торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү кимәле 2021 йыл менән сағыштырғанда 0,7 процентҡа артып, 97,3 процент тәшкил иткән. Был йәһәттән Межгорье биләмәһе – лидер (109,7%).

Газ да, һыу ҙа, ут  та булһын
Газ да, һыу ҙа, ут та булһын

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшмәкәрлеге, уның  хеҙмәттәре менән таныш булмаған, көндәлек мәсьәләләре менән тормошта осрашмаған бер кем дә юҡтыр. Был тармаҡҡа ҡағылған һәр яңылыҡ һәм үҙгәреш беҙҙең тормош сифатына, йәшәйешебеҙгә, кәйефебеҙгә туранан-тура тәьҫир итә.  Шуға күрә Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты һәм  Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының 2022 йыл йомғаҡтары һәм 2023 йылдағы бурыстарға арналған берлектәге коллегия ултырышы  ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев, муниципалитет етәкселәре, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төрлө ведомство вәкилдәре ҡатнашҡан коллегия ултырышын Торлаҡ һәм төҙөлөш  күҙәтеүе буйынса  дәүләт комитеты рәйесе Артур Дәүләтшин асты.  

Һуңғы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, республика биләмәһендә 18 444 күп ҡатлы йорт иҫәпләнә. Былтыр 12 630 күп ҡатлы йорт тикшереү үткән  (был сикләүҙәр индерелгән 2020 йыл менән сағыштырғанда дүрт тапҡырға күберәк). Күҙәтеү саралары  барышында йорттарға идара итеү, торлаҡ фондын техник эксплуатациялау, коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү  буйынса  байтаҡ етешһеҙлектәр асыҡланған. Идарасы һәм ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмаларға мотлаҡ талаптарҙы боҙған өсөн  2 299 иҫкәртеү яһалған, протоколдар төҙөлгән. Дәүләт комитетына  халыҡтан 19 меңгә яҡын мөрәжәғәт килгән, уларҙың дүрттән бер өлөшө торлаҡҡа һәм коммуналь түләүҙәргә ҡағыла. Дәғүәләрҙе дөйөмләштереп,  идарасы ойошмалар эшмәкәрлегендәге төп  проблемаларҙы атап үтәйек: күп ҡатлы йорттарҙа планда ҡаралған тикшереүҙәрҙе үткәреүгә формаль ҡараш, йорт советтары менән бергә эшләмәү, халыҡтың түләүҙәрҙең ниндәй маҡсатҡа  тотонолоуын белмәүе. Комитет рәйесе Артур Рәмил улы әйтеүенсә,  ғәмәлдә йорт советы идарасы ойошма биргән раҫлаусы бөтә документтарҙы үҙ күҙҙәре менән күрергә һәм милекселәрҙе  улар менән таныштырырға, аңлатырға  тейеш.

Анализдан күренеүенсә, пандемия менән бәйле сикләүҙәр һәм тикшеренеүҙәр үткәреүгә мораторий һөҙөмтәһендә тикшереүҙәр һаны  2021 йыл кимәленә сығырға мөмкинлек бирмәгән, әммә уның ҡарауы  иҫкәртеү саралары һиҙелерлек артҡан.  Етәксе йорттар төҙөлөшөндә гарантия срогы үтмәгән осорҙа йәшертен етешһеҙлектәрҙе асыҡлауҙың, төҙөүселәр менән эште ойоштора белеүҙең мөһимлегенә, уның системалы төҫ алыуына иғтибарҙы йүнәлтте, һуңғы осорҙа ҡайһы бер төбәктәрҙә газ шартлауы менән бәйле хәүефһеҙлек мәсьәләһен һыҙыҡ өҫтөнә алды.  Артур Дәүләтшин әйтеүенсә,  Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты эргәһендә Мәскәү ҡалаһы өлгөһөндә дәүләт төҙөлөш күҙәтеүенә ярашлы һынау, тикшереү һәм экспертиза үткәреү өсөн дәүләт бюджет учреждениеһы булдырыу байтаҡ көнүҙәк мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итергә ярҙам итәсәк. Ә 2021 йылда Өфө нефть техник университетында “Төҙөлөш һәм торлаҡ күҙәтеүе ойошмаһы” кафедраһы барлыҡҡа килеүе  дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәрергә, Архитектура-төҙөлөш институты белгестәре менән ҡатмарлы мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итергә, студенттарҙы эшкә йәлеп итергә булышасаҡ.

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова күп тармаҡлы ҙур комплекстың  халыҡты газ, йылылыҡ, һыу, электр энергияһы менән тәьмин итеүҙә 21 меңдән ашыу кеше хеҙмәт итеүен билдәләне. ”Беҙҙең маҡсат – торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең ышаныслығын тәьмин итеү, ҡала һәм ауыл мөхитен уңайлы һәм зауыҡлы итеү”. Ул йылылыҡ миҙгелендә барлыҡҡа килгән етешһеҙлектәрҙе лә урап үтмәне, ҡайһы саҡта йылдамлыҡ, тиҙлек етешмәүен билдәләне. “Шул арҡала беҙ Рәсәй Федерацияһында авариялар рейтингында йыл аҙағында 10-сы урындан 19-сы урынға төштөк, ә хәҙер 25-се урында”, – тине етәксе һәм был йәһәттән эште йәнләндереүҙе һораны. Эҫе һыуһыҙ ултырған йорттар булыуы сер түгел. “Мәҫәлән, Белорет районында бына 20 айҙан ашыу 16 йортта газ һүндерелеүе арҡаһында  халыҡ эҫе һыуһыҙ яфалана. Бындай хәл баш ҡалала ла күҙәтелә, бөгөн газ һүндерелеүе һөҙөмтәһендә 46 йортта эҫе һыу юҡ”, - тип билдәләне Ирина Алекcандровна. Төтөн, вентиляция каналдары торошо йылына кәм тигәндә өс тапҡыр тикшерелергә тейешлеген дә иҫкә төшөрҙө етәксе. Капиаталь ремонт, подъездарҙы ремонтлау, коммуналь инфраструктураны яңыртыу һәм башҡа бик күп һорауҙар ҙә яңғыраны коллегия ултырышында. Былтыр торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү кимәле 2021 йыл менән сағыштырғанда 0,7 процентҡа артып, 97,3 процент тәшкил иткән. Был йәһәттән Межгорье биләмәһе – лидер (109,7%).

Былтыр министрлыҡ ҡаҙнаһы 2021 йыл менән сағыштырғанда 5,1 миллиард һумға  артып, 12,4 миллиард һум тәшкил иткән.  Бөтә средстволар үҙләштерелгән. Ирина Голованованың әйтеүенсә,  быйыл ул тағы өс миллиард һумға арттырыласаҡ. “Шуға күрә барыбыҙға ла ҡуйылған бурыстарҙы үтәү өсөн ең һыҙғанып эшкә тотонорға кәрәк”, - тине етәксе.  Министр урынбаҫары  Николай Ельников халыҡты ҡыҙыҡһындырған бер  мөһим социаль йүнәлеш – ихата биләмәләрен төҙөкләндереү  мәсьәләһен күтәрҙе.

Фото:RB.17

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: