Илеш районында 1 200 һыйырға иҫәпләнгән һөтсөлөк фермаһы төҙөлә башлаясаҡ
10 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Илеш районына эш сәфәре барышында "Үҙәк" машина-технология станцияһы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы майҙансығында булды, унда 1 200 һыйырға иҫәпләнгән заманса һөт йүнәлешендәге малсылыҡ комплексын төҙөргә ниәтләйҙәр.
Был башланғысты тормошҡа ашырыу тураһында килешеүгә 2022 йылдың декабрендә Өфөлә халыҡ-ара бизнес аҙналығында ҡул ҡуйылды. Хаҡы 1,3 миллиард һумлыҡ инвестиция проекты 40 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
"Үҙәк" машина-трактор станцияһы филиалы директоры Рим Шәмсетдинов һөйләүенсә, былтыр майҙансыҡта бөтә әҙерлек эштәре тамамланған. 2023 йылдың мартында малсылыҡ комплексына документацияға дәүләт экспертизаһы уҙғарыла, майҙа төҙөүселәр яңы ферма корпустары төҙөй башлай. Ул ике һыйыр аҙбарын, быҙаулатыу бүлеген, һауыу-һөт блогын һәм ярҙамсы биналарҙы үҙ эсенә ала.
Монтаж эштәрен 2025 йылда тамамлау күҙаллана. Ауыл хужалығы предприятиеһының етештереү ҡеүәте – йылына 11 мең тонна һөт. Яңы комплексты күрше майҙансыҡта урынлашҡан 900 һыйырға иҫәпләнгән "Үҙәк" машина-трактор станцияһы фермаһы менән берләштерәләр.
Башҡортостан Башлығы аграрийҙарҙың пландарын хупланы.
- Беҙ һөт производствоһын индустриялаштырыу юлдарын эҙләйбеҙ. Яңыраҡ беҙ "ЭкоНива" холдингының ошо йүнәлештәге иң ҙур комплекстарының береһен ҡараныҡ. Заманса фермалар – ул хеҙмәтте нормаль ойоштороу, аныҡ төҙөлгән технологик процестар, сеймал эшкәртеүҙең ҙур күләмдәре, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/161697.html