Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Февраль 2023, 19:00

Кис балалар менән тәмләп ҡарарбыҙ

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Һөт кухняһы"ның яңы аҙығы менән таныштырҙы.  

Кис балалар менән тәмләп ҡарарбыҙ
Кис балалар менән тәмләп ҡарарбыҙ

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә пост ҡалдырҙы. Унда ул "Һөт кухняһы"ның яңы аҙығы менән таныштырҙы.

“Кисен балалар менән тәмләп ҡарарбыҙ. Ә дегустациянан һуң фекер алышырбыҙ, Алексей Николаевич Гусев)

Был – алты айҙан ҙурыраҡ сабыйҙар өсөн эшләнгән “Һөт кухняһы”ның яңы продукты. Күптән түгел уны Белоретта, предприятие цехтарының береһендә эшләй башланылар. Ә печеньене таратыу пункттарында һатып алырға мөмкин.

Беҙҙең “Һөт кухняһы”ның уңышлы проект булыуына һәм артабан да үҫешеүенә шатмын. Тәмле һәм файҙалы аҙыҡ-түлек менән республика халҡы, айырыуса балалар тәьмин ителергә тейеш”, – тип яҙҙы ул.  

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас