11 февралдә Өфөлә Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” предприятиеһында булды. Был илдә газ турбинаһы двигателдәрен етештереүсе иң ҙур предприятиеларҙың береһе.
Моторҙар эшләү берекмәһенең идарасы директоры Евгений Семивеличенко предприятиеның хеҙмәт коллективы 25 меңдән ашыу кеше булыуы хаҡында һөйләне. Улар “Су”, “Миг” самолёттары өсөн ҡеүәт ҡулайламалары, шулай уҡ “МС-21” граждандар уртаса магистраль авиалайнеры, газ ҡыуыу агрегаттары өсөн приводтар, вертолет двигателдәре етештерә.
Максим Решетников менән Радий Хәбиров авиация һәм индустриаль двигателдәрҙе тулыһынса йыйыу цехын ҡараны. Изделиеларҙы юғары квалификациялы слесарь-йыйыусылар йыя.
Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры һәм республика Башлығы төрлө режимда, шул иҫәптән форсажда двигателдәрҙең эшен көйләү һәм тикшереү алып барылған һынау цехында булды.
Максим Решетников “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” почетлы ҡунаҡтары китабында предприятиеның иҡтисади күрһәткестәренең артабанғы үҫешен теләп яҙма ҡалдырҙы.
“Авиация двигателе – бик аҡыллы кешеләр эшләгән ҡатмарлы изделие, хеҙмәтегеҙ айырыуса һоҡланыу тыуҙыра. Тыуған илебеҙ хаҡына яңы уңыштар теләйем”, - тип яҙҙы министр.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.