БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһы делегацияһы эш сәфәре менән Беларусь Республикаһына барҙы. Делегация Гомель өлкәһенең 85 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнашты. Ошо хаҡта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Гомель өлкәһе – илдең эре сәнәғәт һәм ауыл хужалығы төбәге. Унда Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендәге һәм Европалағы иң эре быяла-металлургия заводтары урынлашҡан, Беларусь нефтен һәм газын табыу, комбайндар, ашламалар, целлюлоза, аҙыҡ-түлек етештереү ошонда тупланған. Дөйөм алғанда, өлкә территорияһында ил сәнәғәтенең биштән бер өлөшө урынлашҡан. Башҡортостан менән тауар әйләнеше йылына өс миллиард һумға яҡынлаша, әммә төбәктәр етәкселеге уртаҡ бурыс ҡуйҙы – хеҙмәттәшлек күләмен арттырырға.
Сәфәр барышында Гомель өлкәһенең депутаттар Советы рәйесе Екатерина Зенкевич менән осрашыу булды. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе, шулай уҡ Беларусь менән Башҡортостанды төрлө өлкәләрҙә электән һалынған ныҡлы мөнәсәбәттәр бәйләүен билдәләне.
– Беҙҙең иҡтисадтарҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлегенең тарихы бай, әммә яңы офоҡтар ҙа бар. Беларусь Республикаһы менән бәйләнештәр булдырғанда Гомель өлкәһен стратегик төбәк тип һанайбыҙ. Был тәү сиратта һеҙҙең иҡтисади ҡеүәтегеҙҙән килә. Беҙ хәҙер һеҙҙең алдынғы предприятиелар менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Өҫтәүенә, уларҙың республика биләмәһендә эшләү мөмкинлеген алыуын тәьмин итергә йыйынабыҙ, әле бер нисә уртаҡ предприятие төҙөлә лә инде, – тине Константин Толкачев.
Депутаттар Советында осрашыуҙан һуң Башҡортостан делегацияһы “Гомель-Ратон” ирекле иҡтисади зона эшмәкәрлеге менән танышты, “Коралл” технопаркында, “МИРТЕК-инжиниринг” инжиниринг һәм етештереү компанияһында, өлкәнең Хәрби дан музейында булды, Гомель өлкәһе башҡарма комитеты һәм Гомель ҡала башҡарма комитеты етәкселеге менән осрашты. Шулай уҡ республика делегацияһы Гомель өлкәһенең 85 йыллығына арналған байрам сараларында ҡатнашты.
Эш сәфәре мәҙәни йүнәлешле лә ине. Делегация Румянцевтар һәм Паскевичтар һарайында булды, улар өсөн экспозиция һәм парк ансамбле буйлап экскурсия ойошторолдо, шулай уҡ Советтар Союзын немец-фашист баҫҡынсыларынан азат иткән геройҙар иҫтәлегенә Мәңгелек утҡа сәскә һалдылар.
Фото: vk.com/club