Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Февраль 2023, 21:15

"Өфө" индустриаль паркы нисек үҫешә?

Индустриаль парк 2014 йылда Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә 13,6 гектар биләмәлә булдырылған. Бында 18 резидент эшләй, улар дөйөм алғанда 1,6 мең эш урыны булдырған

"Өфө" индустриаль паркы нисек үҫешә?
"Өфө" индустриаль паркы нисек үҫешә?

Бөгөн Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Өфө” индустриаль паркында булды, унда өҫтөнлөклө майҙансыҡ резиденттарының проекттары менән танышты.

Индустриаль парк 2014 йылда Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә 13,6 гектар биләмәлә булдырылған. Был дөйөм майҙаны 76 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән төҙөкләндерелгән етештереү, келәт, сауҙа һәм офис биналары һәм ҡоролмалар комплексы. Бында 18 резидент эшләй, улар дөйөм алғанда 1,6 мең эш урыны булдырған.

Белоруссияның “АМКОДОР” холдингы майҙансығында игенде эшкәртеү өсөн машиналар һәм ҡорамалдар етештереү буйынса завод төҙөлә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың сентябрендә Беларусь премьер-министры Роман Головченко һәм республика Башлығы Радий Хәбиров ошо күләмле проектҡа старт бирҙе.

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы директоры Наил Ғәббәсов сәфәре барышында яңы предприятиеға индустриаль парк резиденттарына ҡаралған өҫтөнлөктәр биреләсәге хаҡында һөйләне. Бынан тыш, республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фонды льготалы займ алыуҙа ярҙам күрһәтәсәк.

Производствоны 2023 йылдың йәйендә Өфөлә үтәсәк Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре Х форумы барышында асыу күҙаллана, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Белоруссияның “АМКОДОР” холдингы майҙансығында машиналар етештереү буйынса завод төҙөлә. Холдингтың урындағы бүлексәһе – “Амкодор-Ағиҙел” компанияһы директоры Фёдор Домотенко аңлатыуынса, предприятиела иген, ҡуҙаҡлы иген, ярма һәм май культураларын урып-йыйыуҙан һуң эшкәртеү өсөн иген таҙартыу-киптереү комплекстары сығарыласаҡ.

– Төҙөлөш графикка ярашлы бара, ҡайһы бер осраҡтарҙа төҙөлөш графиктан алда ла бара. Инженерлыҡ коммуникациялары үткәрелгән, бина каркасын ябыу эштәре бара, мартта эске эштәргә тотонасаҡбыҙ, – тип хәбәр итте Фёдор Домотенко. – Бөтә этаптарҙа ла республика беҙгә ҙур ярҙам күрһәтә. Хеҙмәткәрҙәр йыя башланылар ҙа инде. Дөйөм алғанда беҙҙең предприятиела 320 кеше эшләйәсәк. Йылына 40 иген киптереү комплексы сығарырға планлаштырабыҙ. Шул уҡ ваҡытта яңы завод тышҡы санкцияларға бәйле булмаясаҡ. Беҙҙең ҡорамалдарҙың 90 проценты – Рәсәйҙә һәм Белоруссияла етештерелгән.

Шулай уҡ “АМКОДОР”ҙың инвестиция пландарында – Өфөнөң Октябрь районында техниканың киң спектрын хеҙмәтләндереү буйынса сервис үҙәген булдырыу. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың майында “Инвестиция сәғәте”ндә компания проекттары пулын хупланы.

Индустриаль парк биләмәһендә Максим Решетников һәм Радий Хәбиров шулай уҡ “Кроношпан – Башҡортостан” предприятиеһын ҡараны. Предприятие ағас-юнысҡы плитәләр, шул иҫәптән ламинацияланған плитәләр етештерә.

Завод төҙөүгә һәм уны үҫтереүгә инвестицияларҙың дөйөм күләме 18,8 миллиард һум тәшкил иткән. Бында 266 белгес эшләй. Максим Решетников етештерелгән продукция номенклатураһы һәм етештереүҙе артабан киңәйтеү пландары менән ҡыҙыҡһынды. Һатыу буйынса директор Андрей Мымрин һүҙҙәренсә, әле “Кроношпан”да 2,5 миллиард һумлыҡ инвестиция күләме менән плитәләр етештереү буйынса инвестиция проектын ғәмәлгә ашыралар.

Белешмә:

Башҡортостанда 12 индустриаль һәм 18 технопарк теркәлгән. Уларҙа 30,1 мең эш урыны булдырылған. Ошо биләмәләрҙә 168 резидент 45 миллиард һумдан ашыу инвестиция күләме менән проекттарҙы ғәмәлгә ашыра. Ойошторолған һәм булдырылған индустриаль парктар һаны буйынса Башҡортостан илдең өс алдынғы төбәге иҫәбенә инә.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: