Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Февраль 2023, 20:30

Йәрминкәләргә рәхим итегеҙ!

Был ялдарҙа Башҡортостанда ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә

Йәрминкәләргә рәхим итегеҙ!
Йәрминкәләргә рәхим итегеҙ!

Майҙансыҡтарҙа ҡала һәм район халҡына тәбиғи аҙыҡ-түлек – һөт, бал, ит, йәшелсә һәм башҡа әйберҙәр һатып алырға мөмкин.

Был көндәрҙә йәмғеһе 28 муниципалитетта йәрминкәләр үтә, 38 сауҙа майҙансығы ойошторолған, уларҙың дүртәүһе – Өфөлә, тип хәбәр итә “Башинформ” агентлығы.

– Бындай йәрминкәләрҙе даими ойошторабыҙ. Был һатыусылар һәм һатып алыусылар өсөн дә мөһим. Беренселәре өсөн – ул гарантияланған һатыу нөктәһе, тимәк, күберәк продукция етештереүҙе дәртләндереү. Икенселәре өсөн – фермерҙар етештергән аҙыҡ-түлекте һатып алыу мөмкинлеге. Бынан тыш, йәрминкәләр продукцияны һатыуға өҫтәмә сығымдар булмауы иҫәбенә һатып алыусылар өсөн хаҡты ярайһы уҡ төшөрөргә мөмкинлек бирә, – тинеләр Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында.

Республикала фермерлыҡ тауарҙарын һатыуҙы ойоштороу буйынса эш даими алып барыла. Йәрминкә-баҙар эшмәкәрлеген үҫтереү буйынса концепция әҙерләнгән, уның төп бурысы – майҙансыҡтар һанын арттырыу һәм хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү.

– Был беҙҙең өсөн ритейлдың бик мөһим формаһы. Сөнки төбәктә ауыл ерендә эшләгән етештереүселәр ярайһы күп. Был ҙур булмаған етештереүҙәр, крәҫтиән-фермер һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтар. Бөтәһенең дә үҙ тауарын сауҙа селтәрҙәре аша һатыу мөмкинлеге юҡ. Ә йәрминкәләр – етештереүсегә үҙенең ҡулланыусыһы менән туранан-тура осрашырға мөмкинлек биргән универсаль интерфейс ул, – тине сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Бөгөнгө көндә республикала 251 йәрминкә майҙансығы, 12 меңдән ашыу сауҙа нөктәһе эшләй.

 

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: