

Бөгөн республикабыҙға эш сәфәре менән Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников килде. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Ишембай районы биләмәһендәге “Торатау” геопаркында булды. Ул 2018 йылда ойошторолған һәм ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инеүгә дәғүә итә.
Башҡортостан шихандарының һәм уның эргә-тирә биләмәһенең үҙенсәлекле тәбиғәт киңлеген үҫешкән туристик инфраструктура менән тәьмин иттеләр. Торатау итәгендә визит-үҙәк төҙөлдө. Киләсәктә бында туристар өсөн этнокомплекс төҙөргә уйлайҙар. Тау башына – баҫҡыс, ә итәгенә бер нисә атлы һәм йәйәүле һуҡмаҡтар һалынған.
Максим Решетников һәм Радий Хәбиров визит-үҙәктә булды, геопаркты һәм өлкән быуын өсөн “Башҡортостанда оҙон ғүмер” туристик проектын артабан үҫтереү мөмкинлектәре менән танышты. Ул төбәк етәксеһенең башланғысы буйынса 2020 йылдың көҙөндә башланды. Проекттың төп маҡсаты – һаулыҡты нығытыу, социаль әүҙемлек осорон арттырыу һәм өлкән быуын кешеләренең ғүмер оҙайлығын арттырыу. Сарала ҡатнашыусылар һаны һәм финанслау күләме йылдан-йыл арта.
– Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда туризмдың һәйбәт темптар менән үҫешеүе бик мөһим. Властар был эш менән эҙмә-эҙлекле шөғөлләнә. Тап ошондай урындарҙа ҙур проекттар әҙерләнә, ысын милли ынйылар барлыҡҡа килә. Киләсәк, шул иҫәптән яҡындағы туризмды үҫтереүҙә. Һәм бында ошо эштең һөҙөмтәләре бар, – тине Максим Решетников. – “Башҡортостанда оҙон ғүмер” – бик шәп проект. Бында яҡшы инфраструктура булдырыу бик мөһим. Ошо йәһәттән Башҡортостан тәжрибәһен ҡулланыуға алырға мөмкин.
Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры һәм республика Башлығы бөгөн шихан итәгендә барған “Ҡышҡы һабантуй” халыҡ байрамында ла ҡатнашты. Улар уҡ атыуҙы һәм “Ауҙарыш” аттарҙа көрәште күҙәтте. Байрам майҙанында халыҡ кәсептәре изделиелары һәм фермер тауарҙары йәрминкәһе, милли ижади коллективтарҙың сығыштары ойошторолдо.
Геопарк биләмәһендә Максим Решетников һәм Радий Хәбиров “Торатау” солоҡ умарталығында булды. Түмәр умартасылығы – Башҡортостандың традицион халыҡ кәсебе.
2023 йылда төбәктә солоҡ умартасылығына ярҙам итеүгә 20 миллион һум йүнәлтелә. Аҡса тейешле республика программаһы сиктәрендә бүленәсәк. Уларҙы тоҡомло бал ҡорто күстәрен, түмәр һәм техника һатып алыуға, шулай уҡ балды лаборатор тикшереүгә һәм бал ҡорто тоҡомоноң генетик дөрөҫлөгөн тикшереүгә йүнәлтергә мөмкин.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.