Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Февраль 2023, 22:30

“Алға”ға табан алға!

Башҡортостанда төрлө ҙур проекттар уңышлы эшләп килә. Шул иҫәптән “Алға” иҡтисади зонаһы ла яҡшы һөҙөмтәләр бирә. 

“Алға”ға табан алға!
“Алға”ға табан алға!

Улай ғына ла түгел, иҡтисади зона киләсәктә “Өфө” индустриаль паркы иҫәбенә тағы ла киңәйәсәк. Был үҙ сиратында яңы инвестициялар йәлеп итергә ярҙам булып торасаҡ. Ошо хаҡта 11 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров РФ иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников менән әлеге индустриаль паркта кәңәшмә үткәргәндә белдерҙе.

Кәңәшмә алдынан Максим Решетников һәм Радий Хәбиров парктағы сәнәғәт производстволары менән танышып сыҡты. Шул иҫәптән “Артагро” предприятиеһында ла булдылар. Был предприятие ауыл хужалығы объекттары етештереү һәм реконструкциялау менән шөғөлләнә. Бынан тыш, иген таҙартыу ҡорамалдары сығара. Предприятие майҙансығыныда Беларусь Республикаһы “АМКАДОР” холдингы һәм “Россильбер” химик компанияһы продукцияһы ла урынлашҡан.

Кәңәшмә башында Радий Фәрит улы Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрлығы командаһына республика үҫешенә булышлыҡ иткән рәхмәт белдерҙе. Артабан иһә төбәк етәксеһе “Алға” махсус иҡтисад зонаһын киңәйтергә кәрәклеген билдәләне.

– Беҙҙең иҡтисади зона илдә тормошҡа ашырылған ошондай проекттарҙың иң яҡшылары рәтенә инә, беҙ бөтә республика менән ул уңышлы килеп сыҡһын өсөн тырышабыҙ, уның составына “Өфө”  индустриаль паркы биләмәһендә яңы майҙансыҡтар индереү яҡлы,  - тип билдәләне Радий Хәбиров. – Бынан тыш, Ағиҙел ҡалаһын үҫтереү ҙә перспективалы проект булып тора. Беҙ уны нисек тә йәнләндерергә тип уйланыҡ һәм бында ла махсус иҡтисади зона булдырырға уйланыҡ, - тип өҫтәне етәксе.

Максим Решетников әйтеүенсә, республика аҙ ғына ваҡыт эсендә “Алға”ны үҫтерә алған һәм уны артабан да киңәйтеү – урынлы.

– Ғәҙәттә, бындай кимәлгә ете йыл эсендә генә киләләр, һеҙ был эште тиҙ башҡарып сыҡтығыҙ, шуға артабан үҫешеү нигеҙле. Шуныһы иғтибарға лайыҡ – иҡтисади зонаға һеҙ инде эшләп килгән производстволар түгел, ә яңыларын индерәһегеҙ, уларға “Алға” проекты нигеҙендәге льготалар яңы производстволарға  биреләсәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды министр.

“Алға”ға табан алға!
“Алға”ға табан алға!
“Алға”ға табан алға!
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: